ҺӘР МИНУТЫ ҠӘҘЕРЛЕ25.10.2013
ҺӘР МИНУТЫ ҠӘҘЕРЛЕБер ваҡыт аҡыл эйәһе урам буйлап: «Эх, ни өсөн мин бәхетһеҙ икән: мал-байлығым да, даным да юҡ», – тип зарланып китеп барған егетте ишетеп ҡалған да уны туҡтатып:
– Һиңә мул аҡса вәғәҙә итһәләр, аяғыңды ҡырҡтырыр инеңме? – тигән һорау биргән.
– Юҡ, әлбиттә! – тип яуап ҡайтарған зарланған әҙәм.
– Ә ҡулыңды?
– Бер ниндәй шарттарҙа ла!
– Шулай булғас, ниңә аптырайһың? Аяғың да, ҡулың да бар – һаулыҡтан да ҙур бәхет юҡ. Ҡалғанын иһә шул аяҡ-ҡул, башың ярҙамында үҙең дә таба алаһың. Әле ярты кәүҙәһе булмағандар ҙа һинең һымаҡ ҡайғырмай был тормошта…
Ишембай районының хозур тәбиғәткә һыйынып ултырған Ибрай ауылына килеп ингән саҡта уҡ күренә Тәлғәт ағайҙың (урындағы халыҡ уны Миңлеяр тип белә) күркәм донъяһы. «Бында оҫта йәшәй!» – тип әллә ҡайҙан ғорурланып ҡысҡырып ултырғандай уның йорт-ҡураһы.
– Әйҙүк, ҡустым, маҡтап ҡына йөрөйһөң, – тип табын янына саҡырҙы хужа, мине күргәс тә. Был һүҙҙәрҙе, мөхтәрәм уҡыусым, шыттырыр өсөн түгел, ә маҡтарға тип әйтеүем: ниндәй генә һый юҡ өҫтәлдә! Ул бал, ул май, ҡорот-ҡаймаҡ, ҡайнатма булһынмы, тоҙланған ҡыяр-помидор, ит-картуфтан эҫе аш… Данлап тел талыр хатта! Иң мөһиме: үҙҙәре етештергән-бешергән ризыҡ. Әлбиттә, был тиклем аҙыҡ-түлек өҫтәлгә үҙе килеп ятмаған – тир-көс, тырышлыҡ һалынған.
Килеү маҡсатымды еткергәс, танышым башҡортҡа ғына хас тыйнаҡлыҡ менән: «Кәрәк тапһаң – яҙ, эсеп-туҙып, муйынына эт аҫһаң да ергә теймәҫ меңдең берәүһе уҡып, үрнәк алһа, тәүбә ҡылһа әйтелгән һүҙҙәр бушҡа китмәҫ», – тине. Ә өлгө алырҙай сифаттары күп Тәлғәт Ибраһимовтың.
– Бына ремонт эштәре ҡайнай: өй эсен сутлап сыҡтым да, һылап, таҡта (вагонка) менән матурламаҡсыбыҙ, – тип күрһәтә хужа ике йыл элек кенә һалынған йорт менән таныштырған арала. Әйткәндәй, өй ҡала фатирынан бер ҙә ҡалышырлыҡ түгел: йылы һыуы ағып тора, ванна, аш-һыу, йоҡо бүлмәләре... Әле икенсе ҡат эшләнә. Тик бәҙрәф кенә тышта, сөнки эскә ҡуйыу – килешмәгән эш, тип белдерә Тәлғәт Миңләхмәт улы. Йортто йылытыуға килгәндә, ауылға ҡасан газ етер, тип ҡайғырып ятмай, электр йылытҡысы ҡуйған.
Әйткәндәй, ихатаһы ла өй эсенән кәм түгел – бар ерҙә бөхтәлек, таҙалыҡ, тәртип. Көтөүҙән ҡайтҡан тиҫтәнән ашыу һарыҡ-кәзә лә, һыйыр-башмаҡ та сиҙәмдә күпереп үҫкән үләнде, бетондан һалынған матур юлды тапап йөрөмәй – һәр ҡайһыһы үҙ урынын белә. Мал-тыуар ғына түгел, техника ла бер сафҡа теҙелгән бында. Ә «тимер ат»тары байтаҡ Тәлғәт-Миңлеярҙың: йөк машинаһы, еңел автомобиль... Шулай ҙа хужаның ғорурлығы – трактор. Үҙе яһап алған бит, заманында дан ҡаҙанған механизатор Ибраһимовҡа был бер ни тормай! Етмәһә, үҙе саба, үҙе йыя, үҙе тейәп ебәрә, тигән һымаҡ, урманға ла шул тракторҙа йөрөй. Былары иһә ваҡ-төйәк эш кеүек Тәлғәт ағайға. Иң ҙур ҡыуанысы һәм йыуанысы – утыҙға яҡын умартаһы менән бергә «гөжләү»! Иртә яҙҙан ҡара көҙгә, таң һарыһынан төн уртаһына тиклем хужа ҡорттары араһында. Хеҙмәтенә күрә емеше лә мул ғына – миҙгел һайын йөҙ мең һумдан да аҙыраҡ табыш алмай. Юҡһа, ҡола яланда пенсия аҡсаһына ғына ике йыл эсендә ошо тиклем донъя туплап булыр инеме һуң?
Гәзит уҡыусы аптырауға ҡалғандыр инде: үҙе тырыш, үҙе алдынғы тракторсы булған. Пенсия аҡсаһы тигәс, йәше алтмыштан да кәм түгел, тип самалап ҡуйғандыр. Тик ни өсөн яңы йортто ҡола яланда һалып сыҡҡан?
Эйе, әле тыуған нигеҙендә йәшәмәй Тәлғәт ағай – шыңғырҙап торған донъяһын ҡыҙы менән кейәүенә ҡалдырып, үҙе башҡа сыҡҡан. Күптән тол ҡалған ир шул уҡ йылда үҙе кеүек бөтмөр Мәҙинәгә өйләнгән. Бына бит, бәғзеләр балаларынан ярҙам өмөт итеп ятҡанда, кемдер үҙе яңы донъя ҡорған (ә яңы донъя тип әйтеүе генә анһат ул!). Ғөмүмән, балалары дүртәү геройымдың: өс ул, бер ҡыҙ. Яңғыҙ көйө барыһын да аяҡҡа баҫтырып, башлы-күҙле иткән уларҙы, әле лә таянысһыҙ ҡалдырмай. Әйткәндәй, балаларының ҡайһы береһе хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булған инде.
…Шулай рәхәтләнеп донъя көтә Тәлғәт Ибраһимов. Әммә тәү ҡарашҡа ғына. Уны яҡындан белгәндәргә билдәле: бер ҡулы зәғифләнеп һулып ҡалғандан алып ағайға эш башҡарыуы еңелдән түгел. Әле колхоздар ил терәге булған йылдарҙа бәләгә тарыған әңгәмәсем. Сөгөлдөр баҫыуында ҡулына талпан ҡаҙала. Бер ай буйы реанимацияла ята, табиптар «теге» донъянан алып ҡайта, ләкин, үкенескә ҡаршы, ҡулы (ҡулбашынан алып бармаҡтарына тиклем) йөрөүҙән туҡтай. Әммә уға яңынан тракторға ултырыуға был ҡамасау түгел.
– Ҡул тыңламағанға һылтанып тик ятып булмай. Тормош көтәбеҙ инде. Әлдә Мәҙинәм бар. Донъямдың йәме лә, тотҡаһы ла кәләшкәйем! Нимә инде ул ялан талпаны – иң мөһиме, «тормош талпандары» ҡаҙалмаһын. Һаулыҡҡа ҡарамайым, ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле бит! – тине мине оҙатҡанда Тәлғәт ағай.
Ҡайғы-хәсрәткә, һынауҙарға бирешеп аҫҡа тәгәрәмәгән, зәғиф көйө бүрәнә түгел, тормошто ла сутлай алған ошондай ир-азаматтар бар ул эргә-тирәбеҙҙә, бар.
Әңгәмәнән һуң геройымды үҙе эшләгән тракторы янында ла, күркәм йорто алдында ла, бал ҡорттары араһында ла фотоға төшөргө килде. Шулай ҙа «донъя тотҡаһы – кәләшкәйе» менән йәнәш ултырып тарихта ҡалдырһаҡ, иң килешкәне булыр. Дөрөҫмө, мөхтәрәм уҡыусым?..


Вернуться назад