Фәниҙә Саяпова менән осраҡлы ғына танышҡайныҡ. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, күптәргә өлгө булырлыҡ тормош юлын үткән әсәһе Нәзифә Хәйруллина хаҡында хәтирәләре менән бүлешергә беҙҙең редакцияға килгәйне ул.
Әңгәмәләшә торғас, Фәниҙә ханым үҙе хаҡында ла бер нисә кәлимә һүҙ әйтте. Ғаиләлә дүрт бала үҫкәндәр – өс ҡыҙ, бер ул. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла әсәһенең юлын – медицина өлкәһен һайлаған. Фәниҙә Нәжип ҡыҙы, баш ҡалалағы 1-се медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Сабыйҙар йортонда хеҙмәт юлын башлаған, артабан 17-се балалар дауаханаһында ете йыл тәжрибә туплаған.
Һуңынан яҙмыш миңә бөтөнләй икенсе йүнәлеш бирҙе – Республика психоневрология диспансерында дауалау физкультураһы буйынса методист булып эшләй башланым, профсоюз ойошмаһы лидерына әүерелдем. Унан тыш ике тиҫтә йылдан ашыу йәмәғәт башланғысында Өфөнөң Совет районы судында ултырышсы вазифаһын башҡарҙым. Күпме кешенең яҙмышы-яңылышы күҙ алдымдан үтте! Уйланмайынса хилаф аҙым яһап, киләсәгенә тап төшөргән үҫмерҙәр бигерәк тә йәл була торғайны. Уларға хоҡуҡтарын яҡларға ярҙам итә алғаным менән ғорурланам. Ә диспансерҙағы эшмәкәрлегемә килгәндә, хеҙмәттәштәрем әле булһа мин ойошторған ҡыҙыҡлы сараларҙы, кисәләрҙе, экскурсияларҙы, ил буйынса сәйәхәттәрҙе иҫләй, – ти әүҙем ханым.
Бынан бер нисә йыл элек Владивосток урамында урынлашҡан дауалау учреждениеһын ҡаланан ситкә күсергәс, Фәниҙә Саяпова аптырап ҡала: яратҡан шөғөлөн башҡарырлыҡ дәрт-дарманы бар ҙа ул, әммә эшкә йөрөү бик уңайһыҙ, йыраҡ тойола, юлға байтаҡ ваҡыт сарыф ителә. Ул арала ғаилә мәшәҡәттәрен дә хәстәрләргә кәрәк бит әле! Ҡыҫҡаһы, пенсияға рәсми сыҡҡандан һуң бер нисә йыл эшләрмен тип ниәтләгән ханымға эшен ҡалдырырға тура килә. Әммә өйҙә ултырырға, көндәлек донъяуи мәсьәләләрҙе хәл итеү менән генә мәшғүл булырға йыйынмай ул.
– Йортомдан йыраҡ түгел билдәле спорт тауарҙары магазины бар. Бер үтеп барғанда күҙемә салынды: уларға иҙән йыуыусы кәрәк икән. Инеп белештем, тәҡдим ителгән шарттарға һәм хеҙмәт хаҡына ризалаштым. Бер нисә көндән эшкә лә тотондом. Күберәген йәштәр булған коллектив ифрат оҡшаны. Барыһы менән дә уртаҡ тел таптым, хатта ойоштороу һәләтен күрһәтергә лә өлгөрҙөм. Ә бер ваҡыт мине магазин етәксеһе саҡырып алды. “Фәниҙә Нәжип ҡыҙы, – тине ул, – һеҙҙең эшләргә дәрт-дарманығыҙ етерлек булыуын, бик яуаплы һәм уңған хеҙмәткәр икәнлегегеҙҙе күреп торабыҙ. Шуға һеҙгә тәҡдим яһарға булдыҡ. Беҙ бизнесты киңәйтеп, тиҙҙән спорт-күңел асыу үҙәге асырға ниәтләйбеҙ. Һеҙҙе яңы урынға администратор вазифаһына саҡырабыҙ”. Ҡыуандым да, аптыраным да, сөнки йәмғиәттә пенсия йәшенә еткән хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы, эш тәжрибәһе берәүгә лә кәрәкмәй, тигәнерәк фекер йәшәй. Был һис тә дөрөҫ түгел! “Эшләйем”, тигән яуаплы хеҙмәткәр ҡайҙа булһа ла үҙен күрһәтә ала, пенсияға ла өҫтәмә була. Тик ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай.
Әйткәндәй, уңғанлыҡ тигәндән, Фәниҙә Нәжип ҡыҙы ире Фәнғәт Дәүләт улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән, ике ейәндәре бар. Ғаилә үҙ көсө менән ҡала ситендә ҙур йорт һалып ингән (“15 йыл төҙөнөк!” – ти Фәниҙә ханым). Балаларҙың ярҙамы ла ҙур булған.
– Өлкән улым – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә баскетбол буйынса тренер, тәрбиәләнеүсәләре ил һәм республика кимәлендә уңыштар яулай, – ти әңгәмәсем. – Кесе улым төҙөлөш тармағында эшләй. Ҡыҙым әлегә сабыйҙарын тәрбиәләй. Барыһы ла кешелекле, ипле булғанға, бер-береһенә, яҡындарына терәк була алыуына ҡыуанам. Иң ҙур бәхет – ошо.