Күгәрсен районының Исем ауылы егете Әхмәт Ғариф улы Мырҙагилдин Кантемиров танк дивизияһы составында Ҡыҙыл майҙандағы иң тәүге Еңеү парадында ҡатнаша.
1942 йылдың октябре. Кананикольскиҙа урман ҡырҡып йөрөгәндә, Әхмәткә һуғышҡа алыныуы тураһында хәбәр еткерәләр. Ысынлап та, ауылына ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк уға хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы килә.
17 йәшлек Әхмәт Мырҙагилдинды Ырымбур өлкәһенең Тоцкое лагерына ебәрәләр. Ярты йыл әҙерлек үткәндән һуң, ул көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге 2-се Украина фронтына эләгә. Киевтан алыҫ булмаған Бело-Церковье ҡалаһында ҡаты яралана.
Дошман тылына барып ингән һалдаттар немецтарға һөжүм итергә була, тик тегеләре лә йоҡламай, һиҙеп ҡалып, ҡаршы ут аса. Тегендә лә, бында ла аталар, миналар шартлай, төрлө яҡлап артиллерия ут яуҙыра. Кем ҡайҙа йәшенеп өлгөрһә-өлгөрә, өлгөрмәгәне шунда ятып ҡала...
Ҡулдарында – ике кешегә бер мылтыҡ, окоп ҡаҙырға ваҡыт та, көрәк тә юҡ. Немецтар күренмәһә лә, туҡтауһыҙ бер көрәкте алмашлап, күкрәк ҡапларлыҡ ҡына соҡор ҡаҙып, урын әҙерләйҙәр. Йонсоған һалдат йоҡлап китмәҫкә тырышһа ла, мылтығын иптәшенә биреп ял иткән арала әүен баҙарына китә. Төш тә күрә башлай. Хатта, имеш, ҡаршыһына ҡара ат саба. “Мин бит әле ауыл егете, атты ғына күргән бар”, — тип уның теҙгененән тотоп ала. Ат бирешмәй, бар көсө менән башын өҫкә сайҡай. Дөлдөлдө тотоп алдым тигәндә генә, янындағы шартлау тауышына ҡолағы сыңлап уянып китһә, алдараҡ ятҡан һалдаттың кәүҙәһе меңләгән ярсыҡтан теткеләнеп бөткән. Шул саҡ Әхмәт тәне буйлап йылы шыйыҡса аҡҡанын тоя, шаңҡыуҙан гимнастеркаһын сисһә, күкрәгенең тап уртаһында ярсыҡтан соҡор уйылғанын күрә. Ҡулдары ҡалтыранған яугир ауыртыуҙы һиҙмәй, ярҙам пакетын асып, тәнен бинт менән урай ҙа командирға табан шыуыша. Тирә-яҡта яраланған һалдаттар һыҙлауға түҙә алмай, ҡанһырап, ыңғырашып ята. Ошо мәхшәрҙән башы ҡайнай уның. Абайлап ҡараһа — бер егеттең маңлайын пуля һыҙып үткән, яраһынан мейеһе күренеп тора. Үҙе һаман аңында, ыҡ-мыҡ итеп булһа ла һөйләшә. Икәүләп командирға табан шыуышып китәләр.
Был ваҡиғанан һуң Мичуринск ҡалаһындағы госпиталгә эләгә Әхмәт. Күкрәгенә генә түгел, аяғына ла пуля үтеп ингән икән. Яралыларҙың күплеген һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел — торғаны ҡырмыҫҡа иләүе. Яраһы ярайһы уҡ ҡаты булғас, Әхмәт Мырҙагилдин Куйбышев ҡалаһына күсерелә, ундағы алты ай «һә» тигәнсе үтеп тә китә.
Йүнәлеп алғас, ярты йыл Һарытауҙағы танк мәктәбендә уҡый. 1944 йылда йәнә фронтҡа китә, тик Харьковҡа барып еткәс, уларҙың эшелонын туҡтатып бушаталар ҙа, уҡытыу полкы төҙөп, фронтҡа танк экипаждарын әҙерләргә бойоралар. Тәжрибәле танкист йәш егеттәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Башта ул “Т-34” танкында йөрөй, тәүгеләрҙән булып “Т-44”-кә техник тикшереүҙәр үткәрә. Ул ғына түгел, һуғыштан һуң Кантемиров танк дивизияһы составында иң тәүге Еңеү парадында ҡатнаша Исем ауылы егете! Өр-яңы гимнастерка кейеп, Ҡыҙыл майҙан буйлап үткән сағы бөгөнгөләй хәтерендә яугирҙең.
1942 йылда фронтҡа киткән һалдат 1950 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һигеҙ йылдан ашыу хәрби хеҙмәт юлын үтеүенә ҡарамаҫтан, һигеҙ көн дә ял итмәй — Күмертау ҡалаһында экскаваторсы булып эшкә урынлаша. Буласаҡ кәләшен дә шунда осрата. Көтмәгәндә килеп сыға был танышыу. Баш ауыртыуына сыҙай алмаған Әхмәт, үтеп барған кешеләрҙән һорашып, яҡындағы дауахананы эҙләп таба. Һуғыштан яңы ҡайтҡан һалдаттың кеҫәһендә аҡсаһы ла булмай. Дарыу һорай, аҡсаһын һуңынан түләргә вәғәҙә биргәндә, шунда эшләгән һылыу ҡыҙға күҙ һалып та өлгөрә…
Эшләгән ойошмаһы Стәрлетамаҡҡа күскәс, Әхмәт Мырҙагилдин ғаиләһен дә бында килтерә. Белем ала, педагогия институтында алты йыл хеҙмәт дәресе уҡытыусыларын әҙерләй, артабан 10-сы мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын хәтерләп, үҙенең иҫән-һау ҡайтыуын бәхетле осраҡ тип иҫәпләй ветеран. Йәш быуынға тыныс донъяла, һуғыш хәсрәттәрен күрмәй йәшәргә яҙһын, ти яугир.