“Бабайҙар баҡсаһы”на рәхим итегеҙ!25.10.2013
“Бабайҙар баҡсаһы”на рәхим итегеҙ!Сибайҙа оло йәштәгеләрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу буйынса махсуслашҡан үҙәк асылды. Ул үҙенсәлекле хеҙмәтләндереү төрөн тәҡдим итә: көндөҙ сибайҙар оло йәштәге яҡындарын ошонда ҡалдырып тора ала.
“Бабайҙар баҡсаһы”нда инәйҙәр һәм олатайҙар өсөн биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған, көноҙоно яңы һөнәр үҙләштерергә, ял итергә мөмкин. Мәҫәлән, ир-ат ағас һырлау менән шөғөлләнһә, ҡатын-ҡыҙ йыр түңәрәгендә кәйеф күтәрә.
Үҙәктең етәксеһе Илһам Әбделғужин әйтеүенсә, яңы асылған ойошма ҡала халҡы араһында шунда уҡ билдәлелек яулаған. Ҡайһы бер кешеләрҙең олоғая килә хәтере насарая, иғтибары кәмей. Ундайҙарҙы өйҙә ҡалдырып китеү хәүефле – бәлә-ҡаза булыуы ихтимал. Ошо йәһәттән үҙәктең әһәмиәте ифрат ҙур: эштә ҡартайған атай-әсәйең өсөн көйөнөп ултырғансы, ололарҙың ҡараулы булыуы күпкә яҡшыраҡ. Үҙәктә бер көнлөк хеҙмәтләндереү хаҡы – 250 һум, эш сәғәте иртәнге һигеҙҙән башлана. Төп шарт – ололар үҙ-үҙен ҡарарға һәләтле булһын, сит кеше ярҙамы талап ителмәһен.
Әле махсуслашҡан учреждениеға өс кеше йөрөй. Республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, бындай үҙәктәр Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә асыласаҡ.


Вернуться назад