Урман ҡасабаһындағы хәрби часта 48 йыл хеҙмәт иткән Тамара Дмитриевнаға “агроном” тигән исем дә йәбеште. 75 йәшлек пенсионер үҙенең егәрлелеге, кешеләргә шатлыҡ, яҡшы кәйеф бүләк итеүе менән районда билдәлелек яуланы.
Ҡасабалағы фажиғәле хәлдәрҙән һуң, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы һөҙөмтәһендә, Тамара Горбушина менән улына Иглин ҡасабаһынан ике бүлмәле фатир бирелде. Яңы йортҡа күсеүселәр һөйөнөстәренән өйҙәре эргәһен гөл-сәскәгә күмеп, хеҙмәттәре менән матурлыҡ тыуҙырырға тырышты. Сәскә “батшалығы”ның төп хәстәрләүсеһе Тамара Дмитриевна булды ла инде.
— Сәскә орлоҡтарын күмәкләп йыйҙыҡ. Иглиндәге һәм Урмандағы бөтә таныш-тоношто урап сыҡтым. Иртә яҙҙан тәҙрә төптәрендә үҫентеләр үҫтерә башланым. Көндәр йылынғас та, күршеләр менән өмәгә сығып, ихатаны тәртипкә килтерҙек, төрлө сәскә ултырттыҡ. Йәй буйы уларҙы тәрбиәләнек. Ҡарағыҙ, ниндәй матур баҡса булды! — ти пенсионер, ғорурланып.
Ысынлап та, өй алдындағы сәскәлектән күҙҙәр ҡамаша. Хатта Иглин районына эш сәфәре менән килгән республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың иғтибарынан ситтә ҡалманы ул. Президентты илаһи матурлыҡты тыуҙырыусының кем булыуы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Урман халҡы бер тауыштан Тамара Горбушинаның исемен атаны.
— Күрше-күләндең һәм улым Сергейҙың ярҙамынан башҡа бер үҙем генә бындай сәскә баҡсаһын үҫтерә алмаҫ инем. Беҙ эште күмәкләп башҡарабыҙ, шуға күрә ырай, — тип баҫалҡы ғына яуапланы Тамара Дмитриевна.