Донъяла биш секунд һайын бер өлкән кеше һуҡырая, һәр минут һайын бер сабый күҙ нурҙарынан мәхрүм ҡала.
Шуға ла Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөн билдәләү, Бөтә донъя күреү көнөн үткәреү изге йолаға әүерелгән. Кеше организмының бүтән бер ағзаһы ла бындай хөрмәткә һәм иғтибарға лайыҡ түгел, сөнки күҙ нурҙарының әһәмиәте кеше өсөн баһалап бөткөһөҙ. Һуңғы осорҙа бөтә донъяла күҙ ауырыуҙары һиҙелерлек арта, ә белгестәрҙең фараздары тағы ла хәүефлерәк.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күптән инде саң ҡаға: әгәр ҙә яҡын арала ашығыс саралар күрелмәһә, 2020 йылға планетала һуҡырҙар һаны 75 миллионға етәсәк! Күҙгә көсөргәнеш артҡан һайын (ә уның көсәйеүе бәхәсһеҙ), күҙ сирҙәре лә йәшен тиҙлегендә үҫешә, шул иҫәптән тома һуҡырлыҡҡа килтереүселәре лә. Тик беҙ бер кемде лә ҡурҡытырға, аптырашта ҡалдырырға теләмәйбеҙ, ни бары хәҡиҡәтте асыҡларға, донъя илдәре хөкүмәттәренең иғтибарын ошо көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтергә теләйбеҙ. “Дауаға мохтаж һәр кем медицина хеҙмәтенән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә”. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы программаһындағы ошо тәҡдим тормошҡа ашҡанда, байтаҡ сирҙәрҙән арынып булыр ине, сөнки һуҡырлыҡ осраҡтарының өстән ике өлөшөн дауаларға йәиһә иҫкәртергә мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Нисек итеп?
Сирҙәрҙең күбеһе бала саҡтан килә. Айырыуса мәктәптә уҡыу йылдарында сир күҙгә күренеп көсәйә. I класҡа уҡырға төшөүселәрҙең ни бары 4 проценты күҙлек кейһә, мәктәпте тамамлағанда уҡыусыларҙың 40 проценты күҙлекһеҙ уҡый ҙа, яҙа ла алмай. Балаларҙың проблемалары өлкәндәрҙекенән һис ҡайтыш түгел: тыумыштан килгән һәм йәрәхәт һөҙөмтәһендә үҫешкән катаракта, күреү нервыһы, күҙҙең селтәрле ҡабығы патологияһы, глаукома, күрәғарашлыҡ, үтәғарашлыҡ, ҡылыйлыҡ...
Хәҙерге заман диагностикаһы мөмкинлектәре сабыйҙарҙағы күҙ патологияһын, төрлө тайпылыштарҙы бик иртә, хатта донъяға килеү менән асыҡларға һәләтле. Әммә хайран ҡалдырырлыҡ иң алдынғы аппарат та өлкәндәрҙең балаларға ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәтен, күңел күҙен алмаштыра алмай. Балағыҙҙың күреү һәләте яҡшымы, насар күреүгә зарланмаймы, күҙенә артыҡ көсөргәнеш төшмәйме — хәстәрле ата-әсә ошондай ябай һорауҙарға яуапты аныҡ белергә тейеш.