Иғтибар үҙәгендә — милләт-ара мөнәсәбәт23.10.2013
Иғтибар үҙәгендә — милләт-ара мөнәсәбәтВолга буйы федераль округына эш сәфәре барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға ла килде. Уны “Өфө” халыҡ-ара аэропортында республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршыланы.
Ил етәксеһе Рәсәй Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе, мөфтөйҙәр менән осрашты, шулай уҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған тантаналы сарала ҡатнашты.
Ил субъекттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә арналған Совет ултырышында төбәктәрҙәге ҡануниәт базаһын, кадрҙар тәьминәте системаһын камиллаштырыу, этнологик мониторинг, мигранттарҙың социаль-мәҙәни яраҡлашыуы һәм интеграцияһы мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы. Унда дәүләт власы федераль органдары, Бөтә Рәсәй милли-мәҙәни ойошмалары, ғилми һәм эксперт берләшмәләре етәкселәре ҡатнашты.
Иғтибар үҙәгендә — милләт-ара мөнәсәбәтӘ Диниә назараттары мөфтөйҙәре менән осрашыуҙа дәүләт менән мосолмандарҙың дини ойошмалары араһындағы бәйләнештең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды. Ғөмүмән, Исламдың ғилем, тәрбиә ҡанундары ифрат ҙур көскә эйә, әммә улар әле тейешенсә өйрәнелмәгән. Был хаҡта Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығы уңайынан үткәрелгән сараларҙың береһендә — Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда уҙған “Рәсәйҙә Ислам һәм дәүләт” тигән ғилми-ғәмәли конференцияла ла әйтелгәйне.
Тәғлимәттең нигеҙен, ҡанундарын өйрәнеү йәһәтенән һуңғы йылдарҙа ғалимдар тарафынан байтаҡ эш башҡарыла. Сит илдән килгән ҡунаҡтар, мосолман ойошмалары вәкилдәре, республикабыҙ белгестәре ҡатнашлығындағы конференциялағы сығыштар Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихына, уны булдырыу сәбәптәренә, милләт-ара татыулыҡҡа индергән өлөшөнә, йәмғиәт менән дәүләт араһындағы ыңғай мөнәсәбәткә, Исламдың бөгөнгө торошона, дин ғилемен өйрәнеү, таратыу, китаптар, мәктәп өсөн дәреслектәр сығарыу, йәштәрҙе уҡытыу, ғалимдар әҙерләү һәм башҡа бихисап мәсьәләләргә арналды.
Артабан конференцияла ҡатнашыусылар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ойошторолған “Тыуған Башҡортостаным” күргәҙмәһен, төбәгебеҙҙең сәхнә оҫталары әҙерләгән концертты ҡараны.
Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына арналған тантаналы сарала ил етәксеһе Владимир Путин да ҡатнашты.


Вернуться назад