Бер урам уңғандары23.10.2013
Бер урам уңғандарыЕңеүҙең 30 йыллығы исемендәге урамда бөгөн байрам буласағын әллә ҡайҙан тоҫмалларға мөмкин. Күңелле йыр-моң ағыла. Әле иртәрәк булһа ла, барыһы аяҡ өҫтөндә. Берәүҙәр тирмә ҡора, икенселәр аш-һыу хәстәрләй…

Аҫалы балаҫтарын рәшәткәләргә теҙеп йөрөгән Илфир Ишмырҙин менән танышып, хәл-әхүәл һорашҡас, байрам үткәреүҙең сәбәбе менән ҡыҙыҡһындыҡ.
– Матур булды быйылғы йәй. Бәрәңге, йәшелсә, еләк-емеш харап уңды. Балы ла шәп булды. Шуға урам кешеләре менән һөйләштек тә байрам итеп алырға уйланыҡ.
Хужаның “байрам” тигән һүҙенән ҡатыны Тәғзимә апай уңайһыҙланып ҡуйҙы:
– Беҙҙең урамда эсеп-нитеп йөрөгән кеше юҡ ул. Бына көҙгө эштәр бөткәс, әҙерәк күңел асып алайыҡ, тинек.
– Бәй, ни эшләп бында торабыҙ әле, әйҙәгеҙ, сәй эсергә, – тип хужалар ихатаға әйҙүкләне.
Урамдағы техниканың күплегенә хайран ҡалдыҡ.
– “ГАЗель” менән кеше ташыйым, “ЗИЛ” менән – утын-бесән, – тип һүҙен дауам итте Илфир ағай.
Баҡһаң, Илфир ағай Красноусол – Сәйетбаба маршрутында автобуста халыҡты йөрөтә икән. Уңған ир өс тиҫтәгә яҡын умарта тота, ишле мал-тыуар аҫрай. Ҡатыны Тәғзимә апай ауыл дауаханаһында – шәфҡәт туташы, “Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Улдары Илдар менән ҡыҙҙары Гөлүзә, медицина университетын тамамлап, бөгөн ошо өлкәлә уңышлы ғына эшләп йөрөйҙәр.
Тиҙҙән район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров килеп еткәс, һәр йорттоң ихатаһына уҡ инеп, тормоштары менән ҡыҙыҡһынды. Иң тәүҙә урамдың ситке өйөндә йәшәүсе Миңнира Сәйфуллинаның ҡапҡаһынан үтәбеҙ. Тәү ҡарауҙан уҡ бында егәрле хужабикә көн иткәне күренеп тора: һәр ерҙә таҙалыҡ, сәскәләр күҙҙең яуын ала.
– Беҙҙең Миңнираны ауылда ғына түгел, барлыҡ районда алтын ҡуллы ҡатын булараҡ беләләр. Берәйһе кирбестән өй төҙөһә, штукатуркаларға уны ғына саҡыралар. – Күршеләре апай хаҡында һөйләп ҡалырға ашыҡты. – Тормош иптәше Әхиәт ағай менән бер ул, өс ҡыҙ үҫтерҙе. Балалары ла, үҙҙәренә оҡшап, харап егәрле.
Урамдағы барлыҡ йорттарҙың ҙур, иркен, ҡупшы булыуы уҡ халҡының эшсәнлеге хаҡында һөйләп тора. Баҡһаң, бында эскелек менән мауыҡҡан кеше юҡ икән. Һәр береһе сәмләнеп донъя көтә. Береһе лә колхоз тарҡалды, эш юҡ тип заманға һылтанып ултырмай. Барыһы ла ҡорт тота, дүрт-биш баш һауын һыйыры, ат аҫрай, шуға ла тормоштары матур, яҡшы.
Зөбәйҙә менән Айҙар Һөйөндөковтар биш бала тәрбиләп үҫтергән. Хужабикә Сәйетбабала беренселәрҙән булып “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Ғәзизә апай менән Ғәбделхай Фәхретдиновтарҙың ғаиләләре лә күптәргә өлгө булырлыҡ. Зөһрә менән Тәлғәт Хәкимовтар, Зөлфирә менән Азат Әбдрәхимовтар ҙа…
Рәбиға менән Сәлих Рахманғоловтарҙың йорто ла күптәргә таныш. Сәлих мулла – халыҡ араһында иман нуры таратыусы, хужабикә балаҫ һуғыу оҫтаһы булараҡ дан алған. Балаҫтары хатта Израилгә, Италияға, Төркиәгә һәм башҡа илдәргә китә.
Үҙҙәренең имсеһе лә бар был урамда йәшәүселәрҙең. Зөлфиә менән Әмир Рәхмәтуллиндар 35 йыл татыу ғүмер кисерә. Зөлфиә апайҙы юллап ҡайҙан ғына килмәйҙәр! Берәүҙәрҙең сабыйының бүҫерен “саба”, икенселәргә ҡот ҡоя, өсөнсөләрен өшкөрә…
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Әлфиә Фәйзуллина ла ошо урамда ғүмер кисерә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән исемгә лайыҡ булған. Тормош иптәше Фәрит ағай ауылда ғына түгел, районда ла яҡшы умартасы булараҡ дан алған. Уның фәһемле кәңәштәрен башҡалар үҙ тәжрибәһендә ҡуллана. Фәрит ағай мәрхүм булғас, Әлфиә апай ҡорттарын бөтөрмәй, бөгөн 60-тан ашыу умарта тота.
Әйткәндәй, 12 йорттан торған был урамға тәүгеләрҙән булып Маһибикә менән Мәхмүт Мөхтәровтар нигеҙ ташы һала. Унан Зәйтүнә менән Фәтих Сираевтар, Ғәзизә менән Ғабдулхай Йәрмиевтәр, Нурия менән Рәсүл Зәйнетдиновтар күсенә. Һүҙ юҡ, барыһы ла һоҡландырырлыҡ итеп ғүмер кисерә, бына тигән балалар тәрбиәләй. Ә инде Фәтих Сираев колхозда малсылыҡта эшләү дәүерендә Мәскәүгә ВДНХ-ға барып, уның көмөш миҙалына лайыҡ була.
Өлкәндәрҙән күсә килгән уңғанлыҡты йәштәр ҙә дауам итә. Айгөл менән Нияз Зәйнетдиновтар йортонан бөркөлгән нур барлыҡ урамды яҡтырта кеүек. Йорт хужаһы Ғафури урман хужалығында иң өлгөлө эшселәрҙән һанала. Татыу ғаиләлә сәскә кеүек ике ҡыҙ үҫә. Улар “Атай нигеҙен һаҡлап, балалар үҫтереп, матур донъя көтөүсе ғаилә” номинацияһы буйынса бүләккә лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, байрамға йыйылыусыларҙы ҡотлап:
– Донъяғыҙға хайран ҡалдым, – тине. – Халыҡтың үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреүе ҡыуандыра. Бына бит: уңғандар булдыра, хатта пенсионерҙар ҙа йәштәрҙе көнләштерерлек итеп тормош көтә. Һеҙҙең кеүектәрҙән бар халыҡ өлгө алырға тейеш.
Артабан район етәксеһенең Красноусолда һәр ауыл хакимиәте өсөн баҙарҙа тәғәйен урын булдырылыуы хаҡында һөйөнсөләүе күптәрҙең күңеленә һары май булып яғылды.


Вернуться назад