Бәхил бул, аҡһаҡал!23.10.2013
Кисә иртән ҡайғылы хәбәр алдыҡ: бөтә хеҙмәт юлын тиерлек гәзитебеҙҙе сығарыуға бағышлаған журналистика ветераны Юныс Кашап улы Әхмәҙиевтең йөрәге тибеүҙән туҡтаны... “Арабыҙҙағы берҙән-бер 90 йәшлек ветеран бит һин!” – тип әйтергә йыйынып та бөткәйнек, уның был оло юбилейына ҡәҙәр өс ай ғына ҡалғайны. Шулай ҙа иң оло ветераныбыҙ, бай тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлашыусы аҡһаҡалыбыҙ ине ул. Тәжрибәнең дә ниндәйе бит әле – Силәбе өлкәһенең Арғаяш район гәзитен етәкләгән еренән “Совет Башҡортостаны” гәзитенә эшкә килгәндә ил һуғыш яраларынан уңалып та бөтмәгән 1950 йыл була... Артабан ниндәй дәһшәтле ваҡиғалар һәм үҙгәрештәр тура килгән уның иңенә. Журналист булараҡ, ул ошо тормоштоң уртаһында ҡайнауҙы үҙенең бурысы тип һанаған.
Ғүмеренең һуңғы көндәренә саҡлы ижад эшен ташламаны Юныс Әхмәҙиев – гәзиткә яҙышып торҙо. Бигерәк тә спорт яңылыҡтарына битараф түгел ине. Кис хоккей матчы булһа, икенсе көн иртән редакцияға ошо турала мәғлүмәт алып та килә. Ә спорт менән ҡыҙыҡһынған кешенең күңеле һәр саҡ йәш ҡала. Редакцияға йыш килеп йөрөүе лә шул йәшлек йылдарындағы хеҙмәт сәмен юҡһыныуы булғандыр инде...
Беҙ ҙә һине шулай йәш күңелле аҡһаҡалыбыҙ тип хәтерҙә ҡалдырырбыҙ, Юныс Кашап улы. Ҡара гүрең яҡты, ауыр тупрағың еңел булһын!


Вернуться назад