Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора23.10.2013
Башҡортостанда бер нисә кеше алдаҡсыларҙың ҡорбанына әүерелде.
Сибайҙан пенсионер ҡатынға телефондан шылтыратып, ҡыҙының кеше тапатыуы, уны енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу мөмкинлеге хаҡында хәбәр итәләр. Оло йәштәге ҡатын таныш булмаған әҙәмдең бөтә талаптарын үтәй, банк картаһынан 100 мең һум аҡса күсерә. Һуңыраҡ ул ҡыҙына шылтыратып, бер ниндәй ҙә фажиғәнең булмауы хаҡында белә.
Ә Стәрлетамаҡта иһә енәйәтсе 78 йәшлек ҡатындың өйөнә үк килә. Ул хужабикәгә улының аварияға эләгеүе хаҡында хәбәр итә. Имеш, ул был кешене автоинспекцияға түләү өсөн әсәһенән аҡса алырға ебәргән. Ҡобараһы осҡан ҡатын алдаҡсыға 25 мең һумды тоттора. Ә бына Салауатта мутлашыусыларҙың ниәте тормошҡа ашмай. 80 йәшлек пенсионер ҡатын улының кеше тапатыуы тураһындағы һүҙҙәргә ышанмай, сөнки уның улы түгел, ә ҡыҙы ғына була. Пенсионер был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итә.
— Яҡындарығыҙға аҡса күсереү юлы менән ярҙам күрһәтергә тәҡдим яһаған кешеләргә ышанмағыҙ. Иң элек балаларығыҙға шылтыратып ҡарағыҙ. Йәһәт кенә полицияға мөрәжәғәт итегеҙ, — тип иҫкәртә Башҡортостандағы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.