Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала23.10.2013
Әбйәлил районының Буранғол, Һәйетҡол ауылдары һыу баҫыу сәбәпле зыян күрҙе. Беҙ, Сермән ветерандары, уларға ярҙам итергә булдыҡ.

Тәҡдимебеҙгә ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов ҡуш ҡуллап ризалашты. Тәғәйенләнгән көнгә машинаһын да хәстәрләп ҡуйҙы. Ауыл Советы депутаты Альфред Килмөхәмәтов, ветерандар советы президиумы ағзаһы Нәзифә Шакирова, хакимиәт хеҙмәткәре Зилә Дуҫмөхәмәтова тиҙ арала халыҡтан картуф йыя башланы. Үҙемдең автомобилгә арба тағып, мин дә был изге эшкә ҡушылдым.
Ауылдаштарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәре тоҡлап картуф, икенселәре сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсә, емеш-еләк килтерҙе. Улар араһында Әсҡәт Хәйернуров, Мәҙинә Вәлиева, Әлфиә Кималова, Аҙнағолдан Инсаф Фәхретдинов әүҙемлек күрһәтте. Ә Хәкимйән Хәйретдинов, Хәҙис Шәғәлин, Маһира Мәғәфүрова аҡса тапшырҙы.
Йөктө алып барып тапшырыуҙа Рушан Мәғәфүров ярҙам итте. Әбйәлилдәр йыр-моң, таҡмаҡ әйтеп ҡаршыланы. Тап шул ваҡытта БЮТ каналы хәбәрселәре Асҡарҙан ҡайтып барған икән – беҙҙе төшөрөп алдылар. Һәйетҡолда республика, хатта Рәсәй кимәлендә даны таралған “Айыҡ ауыл” акцияһын башлап ебәреүсе Вәсилә Садиҡова менән таныштыҡ. Магазиндарында иҫерткес эсемлек юҡ икән.
Беҙҙе Ишкилдегә лә алып барҙылар. Ауыл ҙур түгел, бөтә ерҙә лә таҙалыҡ, береһенән-береһе матурыраҡ өйҙәр. Тәүҙә мәсеттә булдыҡ. Уны эшҡыуар, ауылдың старостаһы Хөрмәт Хәсәнов төҙөткән. Мәҙәниәт йортонда, башланғыс мәктәптә, фельдшер-акушерлыҡ пунктында ла эшҡыуарҙы ярҙамы өсөн маҡтап телгә алдылар. Була бит бар яҡлап та уңған кешеләр!
Буранғол ауылы мәҙәниәт йортонда кейеҙ баҫыу йолаһын күрһәттеләр, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөнөң серҙәре менән уртаҡлаштылар, һәүәҫкәр артистар концерт ҡуйҙы.
Дуҫтар ауыр саҡта һынала, тигән ата-бабалар. Күршеләребеҙ беҙҙең ярҙамдан ҡыуанып ҡалды.


Вернуться назад