Хәле яҡшыра23.10.2013
Улым бала саҡтан насар күрә, ул — инвалид. Бергәләп йылдар буйы күпме дауахана юлын тапағанды һөйләп тә тормайым. Илнур хаҡында "Башҡортостан" гәзитендә мәҡәлә лә баҫылды.

Быйыл август айында Мәскәү ҡалаһында "Новый взгляд" тигән шәхси клиникала улымдың күҙенә ашығыс рәүештә сираттағы операцияны яһатырға тура килде.
Матди ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек! Шул иҫәптән "Телеүҙәк" тапшырыуына ла. Миңә беренселәрҙән булып ярҙам ҡулы һуҙған телерадиожурналист Зөлфиә Рәхмәтуллинаға, Уйылдан Ғәлингә, Шамил Кучуковҡа һәм ижади төркөмдәге барлыҡ егет-ҡыҙға, "Хәмзә" мәсете имамы Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмовҡа оло рәхмәтемде белдерәм.
Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәремде Ишембай районының Маҡар ауылында йәшәгән ауылдаштарыма еткергем килә. Улымдың яҙмышы хаҡында матбуғат һәм телевидение аша белгәндән һуң, ауылдаштарым шылтыратты. Изге Ураҙа айында ихлас ярҙам иттеләр. Ауылдағы иң абруйлы кеше, имам Юлай Йомағужин, Шәрифә Юлғотлина, Резеда Фатеева, Әлфинур Хәсәнова, Лилиә Ғәзизова, Оксана менән Айгөл Ғәйнановалар, Миләүшә Әхмәрова, Гөлсинә Хөсәйенова, Әлфиә Дәүләтҡолова, Лилиә Шәрәфетдинова, Суфия Ишҡолова кеүек апайҙар матди ярҙам ойоштороп ебәрҙе. Йыраҡ араларға йөрөһәм дә, уларҙың ярҙамы, йылы һүҙе миңә һәр ваҡыт терәк булып, көс-ҡеүәт биреп торҙо. Беҙҙең бәләгә битараф булмаған барлыҡ кешеләргә һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә татыулығы, бәхет теләйем.
Аллаға шөкөр, әле Илнурҙың сәләмәтлеге ыңғайға бара, шуға ла дауалаусы хирург операцияның икенсе этабын декабргә тиклем кисектереп торҙо. Баламдың кәйефе көр, хәҙер ул төҫтәрҙе асыҡ айыра, кешеләрҙең шәүләһен төҫмөрләй, Брайль ысулы менән 7-се класта уҡый башланы, көн дә йөҙөү буйынса күнекмәгә йөрөй. Алла бирһә, Мәскәү ҡалаһында йөҙөү буйынса ярышта көсөн һынамаҡсы.


Вернуться назад