Халыҡ ихтыяжына иғтибарлы йүнселдәр һәм ата-бабалары иҫтәлегенә ихтирам менән ҡараған ир-уҙамандар һәр ерҙә, һәр милләттә етерлек. Улар яҡташтарына иман йорттары һалып бирә, ауылдарҙы, юлдарҙы төҙөкләндереүҙә булышлыҡ итә, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтә.
Краснокама районының Воробьев ауылында тыуып, бөгөн Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһында йәшәгән Михаил Лихачев — шундайҙарҙың береһе. Уның етәкселегендә “Амфитон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп йылдар уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә йүнсел уҙаман ауылдаштарынан, район етәкселегенән йылы һүҙҙәр ишетә: бында уның башланғысы менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
Воробьев ауылынан фашист илбаҫарҙарына ҡаршы изге яуға киткән утыҙ алты ир-егеттең егерме етеһе Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған. Барыһының да исем-шәрифе мәрмәр ташҡа уйып яҙылған.
— Яҙмыш мине сит яҡтарға ташлаһа ла, тәү тапҡыр тәпәй баҫып атлап киткән ерҙәр һәр саҡ иҫемдә. Ир ҡорона инеп, матди яҡтан ярайһы уҡ нығынып алғас, тыуған ауылым өсөн ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләү теләге уянды, — тип һөйләй Михаил Александрович.
Сираттағы ҡайтҡанында урындағы башланғыс мәктәп етәксеһе Людмила Әхмәтшинаға уйҙарын асып һала. Шул һөйләшеүҙән һуң тыуа ла инде Михаил Лихачевта ҡәһәрле һуғышта һәләк булған ауылдаштары иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәте. Был эшкә тотоноп, хыялын тормошҡа ашырырға өлгөрә алмай гүр эйәһе булған оло ихтирамға лайыҡ ауылдашы Василий Юшковтың башланғысын теүәлләп ҡуйыу теләге лә ниндәйҙер дәрәжәлә этәргес көс була...
Яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асыу Воробьев ауылында оло байрамға әүерелде. Был сара менән бер рәттән башланғыс мәктәптең 75 йыллығын үткәреү ситтә йәшәүселәрҙең күбеһен тыуған төйәгенә саҡырҙы. Өлкән йәштәге бер апай әйтеүенсә, бындай йыйындың ауылда күптән булғаны юҡ икән. Салют, Нефтекама ҡалаһының хәрби хәрәкәт һәм хәрби хеҙмәт ветерандарының һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл ҡаршыһынан тигеҙ сафтарҙа марш менән үтеүе йыйылғандар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.
Краснокама районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнүзә Дмитриева изге теләген атҡарып сыҡҡан М. Лихачевҡа рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Михаил Александрович иһә үҙ сиратында мәктәп янында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөйәсәген белдерҙе.