Аждаһа йылы оло бурыс йөкмәтә30.12.2011
Аждаһа йылы оло бурыс йөкмәтә“Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем”, – тигән матур теләкте йыш әйтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта: “Һаулығыңды хәстәрлә, үҙеңде һаҡла”, – тип өҫтәргә онотабыҙ, сөнки ул үҙенән-үҙе генә нығынып китмәй. Шуныһы һөйөнөслө: иң ҙур байлығыбыҙҙы һаҡлау кеүек мөһим эштә хәҙер һаулыҡ үҙәктәре ярҙамына таяна алабыҙ. Унда медицина тикшереүе үтер өсөн паспорт менән полисыңды күрһәтеү ҙә етә, талон алырға кәрәкмәй, йәшәү урыныңдың ҡайҙа булыуы ла мөһим түгел.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының “Һаулыҡ үҙәктәрен ойоштороу тураһында”ғы бойороғо 2009 йылдың 5 авгусында ҡабул ителде. Уға ярашлы, һаулыҡ үҙәктәре сәләмәт кешеләргә иҫәпләнгән. Белгестәрҙең бурысы – халыҡтың ғүмерҙе оҙайтыуға, сирҙе иҫкәртеүгә, тормош сифатын яҡшыртыуға ынтылышын үҫтереү.
Башҡортостанда 17 һаулыҡ үҙәге эшләй, шуларҙың бишәүһе балаларға тәғәйенләнгән. Быйыл уларҙа 180 меңдән ашыу кеше тикшеренеү үткән һәм сәләмәт тормош алып барыу буйынса кәңәш алған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 39 проценты сәләмәт тип табылған, ҡалғандарында төрлө сирҙәр асыҡланған.
Өфөлә йәшәүсе Елена Куличкинаны баш ҡаланың 2-се поликлиникаһы ҡарамағындағы һаулыҡ үҙәгендә осраттыҡ. Ул бында ике йыл элек тикшеренеү үтеп, сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янамауын белгән. Быйыл үҙе менән бергә 20 йәшлек ҡыҙы Галинаны ла алып килгән. “Әгәр барыһы ла иҫкәртеү саралары үтеп торһа, сирлеләрҙең һаны күҙгә күренеп кәмер ине. Ҡыҙыма ла шуны аңлатырға тырышам”, – ти ул.
– Көнөнә ҡырҡлаған кеше килә. Барыһына ла ике йыл һайын тикшеренеп торорға кәңәш итәбеҙ. Һәр кемгә һаулыҡ паспорты асып, һөҙөмтәләрҙе шунда теркәйбеҙ, – ти поликлиниканың баш табибы урынбаҫары Зилә Шәрәфетдинова.
Һаулыҡ үҙәге иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем эшләй. Бында кардиолог, терапевт, гинеколог, стоматолог, окулист кеүек белгестәргә күренергә, ҡан тамырҙарының торошон тикшертергә, үпкәңдең күпме һауа һыйҙырыуын белергә мөмкин. Табиптар тәмәке тартыу, эскелек кеүек алама ғәҙәттәрҙән арынырға теләүселәргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Зилә Шакир ҡыҙы әйтеүенсә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең 47 проценты – оло йәштәгеләр, араларында туҡһанға етеп килеүселәр ҙә бар. Йәштәрҙең үҙ һаулығына битараф булмауы ла һөйөндөрә. Улар, нигеҙҙә, тән ауырлығын белергә, ҡанда холестерин һәм шәкәр кимәлен асыҡларға, артыҡ ауырлыҡтан ҡотолор өсөн кәңәш һорарға килә икән. Табиптар бындай сараны хуплай, сөнки хәҙерге заманда киң таралған инсульт сире ҡандың торошона туранан-тура бәйле. Йәштәрҙә – бронхит, остеохондроз диагнозы, ололарҙа ҡан тамырындағы насар үҙгәрештәр, шәкәр диабеты йыш осрай икән.
– Ишектәребеҙ һәр кемгә асыҡ, хатта сит өлкә кешеләрен дә ҡабул иткәнебеҙ бар. Айырым коллективтар менән килешеү төҙөп, хеҙмәткәрҙәргә тулыһынса тикшереү үткәрәбеҙ. Хеҙмәттәребеҙ бушлай, – ти Зилә Шәрәфетдинова.
Беҙ мөһим эштәрҙе дүшәмбелә, айҙың беренсе көнөндә йәки Яңы йылдан һуң башларға күнеккәнбеҙ. Әйҙәгеҙ, Аждаһа йылында сәләмәтлегебеҙҙе хәстәрләргә һүҙ бирәйек.


Вернуться назад