Битарафлыҡмы,әллә наҙанлыҡмы?23.10.2013
Халҡыбыҙ бөйөк шәхестәргә бай. Был уның ҡатмарлы тарихы менән бәйләнгән. Күпме беҙҙә батырҙар, донъяға билдәле яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт, хеҙмәт әһелдәре! Барыһын һанап бөтөрлөк тә түгел. Шуларҙың араһынан иң-иңдәре генә онотолмай, халыҡ күңеленә һеңдерелә бара. Теүәлләп әйткәндә, уларҙың юбилейҙары, хәтер кисәләре уҙғарыла килә. Матбуғат биттәрендә яҡтыртылып та торалар.
Шуларҙың береһе— Зәки Вәлидиҙең иң яҡын тоғро арҡаҙашы, яҙыусы, профессор Фәтхелҡадир Сөләймәнов — Абдулҡадир Инан. Уның тураһында байтаҡ яҙылған. Шуға ҡарамаҫтан, һүҙем әлегә тиклем уға ҡарата күрһәтелгән битарафлыҡ хаҡында.
Бер төркөм ғалимдар, етәкселәр тарафынан З. Вәлидиҙең иҫтәлегенә тантана ойошторолдо. Ни өсөн шундай уҡ мәшһүр шәхес А. Инан хөрмәтенә ошондай сара күрелмәй?! 2014 йылдың 29 ноябрендә уның тыуыуына 125 йыл тула.
2000 йылда З. Вәлидиҙең юбилейына А. Инандың берҙән-бер улы Йәшәрҙең ни өсөн саҡырылыуы аңлашылманы. Уға атаһының тыуған ауылын (Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Һарыкүлмәк-Шығай ауылы) күрһәтеү ҙә ҡаралмағайны. Тап ошо ваҡытта БДУ профессоры, яҡташы, был эштә ҡайнап йөрөгән Дамир Вәлиев командировкаға ебәрелә, ә мин, өлкән уҡытыусы, эштән сығарылам. Йәшәр, минең өй телефонын табып, ярты сәғәт тирәһе илай-илай ниҙер һөйләне. Төрөксә бер ни аңламаһам да, "эйе-эйе" тигән булып, тыңлап торҙом. Йәшәр әле лә иҫән, туғандары ла бар. Шундай уҡ тантаналы юбилей конференцияһын уҙғарып була бит.
2009 йылда, А. Инандың тыуыуына 120 йыл тулыу сәбәпле, "Башҡортостан", "Киске Өфө" гәзиттәрендә мәҡәләләр баҫтырҙым. Ул саҡ: "Һуң инде, аҡса бүленмәгән", — тинеләр. Был юлы һуң түгел, ваҡыт бар.
Һөнәре, вазифаһы буйынса мәшһүр шәхестәребеҙҙе белергә тейешле бер етәксегә шылтыраттым. Баҡтиһәң, ул А. Инандың кем икәнлеген дә белмәй. Аҡса юҡлыҡҡа, "ҡыҫымға" һылтана.
А. Инан һәм яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире булған Ғәли Зөлҡәрнәев иҫтәлегенә ауылдаштары хәтер кисәһе уҙғарасаҡ. Ижадтарына арнап, "ҡыҙыл мөйөш" асасаҡтар.
Бына ни тип яҙа билдәле журналист Юныс Әхмәҙиев улар тураһында: "Ғәли ағай Зөлҡәрнәев, ғүмер аҙағының яҡынлашыуын һиҙенеп булһа кәрәк, изге васыят әйткән шикелле, ауылдашы Фәтхелҡадир Сөләймәнов — Абдулҡадир Инан хаҡында һөйләне. Фәтхелҡадир Сөләймәновтың исеме тыйылған, "контр, милләтсе" мөһөрө баҫылған заманда тел сисеүе уға еңел бирелмәгәндер, әлбиттә. Ғәли Зөлҡәрнәевтең шул замандың ҡара томаны аша алдан күрә белеүе уның башҡорт халҡына ни хәтлем бирелгән булыуын асыҡ күрһәтә. Хәҙер Фәтхелҡадир Сөләймәнов — Абдулҡадир Инан башҡорт халҡының хаҡлы ғорурланырлыҡ шәхесе булып танылды". ("Башҡортостан", 1993 йыл, 3 март).
Был юлдар бер ауылдан сыҡҡан ике ҙур башҡорт улының кем булыуҙарын тасуирлай. Ғорурланырлыҡ тарихыбыҙҙы онотмайыҡ, битараф булмайыҡ, наҙанлыҡ күрһәтмәйек!
Киләһе йыл файҙалы кәңәштәре, тейешле мәғлүмәттәре менән дан тотҡан “Башҡортса календарь”ҙа А. Инан тағы ла үҙ урынын аласаҡ. Уны һарандар, наҙандар ғына уҡымайҙыр. Шуға күрә “Башҡортса календарь”ҙы уҡыусылар мин күтәргән мәсьәләне дәррәү хуплар, тип ышанам.


Вернуться назад