Космонавтар ҙа килә23.10.2013
Космонавтар ҙа килә“Красноусол” шифаханаһына элегерәк тә килгәнем бар. Башҡортостандың энергетика системаһындағы иң ҙур предприятиеларҙың береһе – Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ы етәксеһе булғанға күрә, эш урынымды оҙаҡҡа ҡалдырып китә алмай инем. Сәләмәтлегемде нығытырға тип, бер нисә сәғәткә генә шифаханаға киләм дә ашығып ҡайтыр яҡҡа юлланам.

Дөйөм тәьҫорат ваҡ күренештәрҙән тыуа

Әле мин Мәскәүҙә йәшәйем. Байтаҡ йөрөргә, күп ерҙәр күрергә тура килде. Ләкин ҡайтҡан һайын ошо төбәктең хозурлығын, гүзәл тәбиғәтен, ҡыр өйрәктәре кинәнеп йөҙгән Көгөш (Усолка) йылғаһын күреп, һоҡланып бөтә алмайым.
Бында йәше, дәрәжәһе ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр кеше тураһында хәстәрлек күрәләр, дауаланыуҙан ғына түгел, хеҙмәтләндереү кимәленән дә ҡәнәғәт ҡалһын өсөн барыһын да эшләйҙәр. Иғтибарлы, итәғәтле хеҙмәткәрҙәр һәр һорауыңа ентекле яуап бирә, ярҙам күрһәтә. Клиенттар менән аралашыу мәҙәниәте бик юғары: бер генә тупаҫ һүҙ ишетмәҫһең, ҡараңғы сырай күрмәҫһең.
Бүлмәләрҙә өйҙәгесә йылылыҡ, йәм. Етәкселектең һәм коллективтың иғтибары һоҡландыра. Автомобиль өсөн туҡталҡалар бушлай, ҡиммәтле әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн уңайлы сейфтар бар. Ҡулаҡсаң юҡ икән, карта ҡабул иткән банк бүлексәләре эшләй.
Ҡунаҡтарҙы туҡландырыу кешенең зауығына, талымына ҡарап ойошторолған. Күп кенә шифаханаларҙа диетик туҡланыу юҡ хәҙер, ә бында ул һаҡланып ҡалған. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешеләр өсөн был бик мөһим.

Тәбиғәт үҙе
фатихаһын биргән төбәк

Хеҙмәткәрҙәрҙең береһенә “Шифахананың урыны бик отошло һайланған”, тигәс, ул: “Урынды кеше түгел, тәбиғәт үҙе һайлаған”, — тип яуаплағайны. Ысынлап та, әллә ни ҙур булмаған биләмәлә 200-ҙән ашыу минераль һыулы шишмә аға, ошонда уҡ шифалы ләм дә сығарыла. Ә бит ҡайһы бер шифаханаларҙа минераль һыу булһа ла, ләмде ситтән һатып алалар. Йәки ләм бар, шишмә юҡ.
Аяҡ-ҡулы һыҙлаған кешеләргә ләм һылайҙар, көкөртлө водород ваннаһына һалалар. Ауыртыу-һыҙланыу бер нисә процедуранан һуң бөтөнләй онотола. Дауаланыу шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә лә ойошторола. Өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтелә. Мәҫәлән, косметология, SPA-процедуралар йәһәтенән дә “Красноусол” заман менән бергә атлай. Бындағы “Самрау” үҙәге сит илдәрҙәгенән бер ҙә ҡалышмай.
Шифаханала физик сәләмәтлегеңде яҡшыртыу менән бер рәттән рухи таҙарыныу кисерәһең – тәбиғәт, тынлыҡ, тыныслыҡ шулай тәьҫир итәлер, күрәһең. Ял йортона ингән ерҙә мәсет тә, изге шишмәләр ҙә, сиркәү ҙә бар. Миңә Табын ауылында тергеҙелгән сиркәүгә экскурсияға барыу бәхете тейҙе.
Урындағы телевидение күптәр, шул иҫәптән минең өсөн дә ҡыуаныслы асыш булды. Уның аша бөтә хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт алырға, курорт табиптары менән осрашыуҙарҙы ҡарарға, ҡунаҡтарҙың баһаламаларын, һаулыҡ тураһында файҙалы кәңәштәр тыңларға мөмкин.

Тыуған яҡтың
һауаһы ла шифалы

Ниндәй генә шифаханаға барһам да, дауаланыу, хеҙмәтләндереү кимәлен “Красноусол”дағы менән сағыштырам. Уны төҙөүҙә, реконструкциялауҙа ҡатнашҡан предприятиелар, эшселәр айырым рәхмәткә лайыҡ. Һуңғы тиҫтә йылда республика етәкселегенең ярҙамы менән курорт танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Әлбиттә, был йәһәттән директор Фаяз Харис улы Мәжитовтың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тап уның тырышлығы, көсө менән шифахана Рәсәйҙәге иң яҡшы курорттарҙың береһе булараҡ танылыу яуланы.
Туҡһан йыллығын “Красноусол” ҙур ҡаҙаныштар һәм уңыштар, иң мөһиме – ял итеүселәрҙең һөйөүен, рәхмәтен яулап ҡаршылай. Алыҫ сит ил курорттарына юлланыу урынына, тыуған яҡта ла ял итергә, сәләмәтлегеңде нығытырға мөмкин. Йыһандан ҡайтҡас, космонавтарҙың тап ошонда килеүе осраҡлы түгел бит.
Шифалы шишмәләрҙе, ләмде бүләк иткән тәбиғәт үҙе үк: ”Алығыҙ, файҙаланығыҙ, тыуған ерҙән айырылмағыҙ, сәләмәт булығыҙ!” — тип әйткән төҫлө.


Вернуться назад