Интернеттан ҡарап бел23.10.2013
Республика граждандары Интернет селтәре аша торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә ҡуйылған кешеләр исемлегенән үҙенең сиратын белеү мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.

Ҡала һәм район хакимиәттәре торлаҡҡа мохтаждарҙың, төрлө федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыусыларҙың иҫәбен алып бара. Ошо маҡсатта автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы ойошторолдо. Уға ярашлы, граждандарға федераль һәм республика торлаҡ программаларында ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт бирелә. Йәшәгән урындағы хакимиәт тарафынан торлаҡҡа мохтаж тип танылған, айырым маҡсатлы торлаҡ программаһында ҡатнашҡан йәки шәхси йорт һалыу өсөн бер тапҡыр бушлай ер биреү өсөн иҫәпкә ҡуйылған һәр кеше муниципаль берәмектәге дөйөм исемлектән үҙенең тәртип һанын белә ала.
Мәғлүмәтте Башҡортостандың Социаль торлаҡ төҙөү фонды сайтынан алырға мөмкин. Бының өсөн урындағы үҙидара органдарынан алынған логин менән паролде яҙырға кәрәк.


Вернуться назад