Үктәйҙә көндәр бушҡа үтмәй23.10.2013
Үктәй ауыл Советынан биш биләмә “Айыҡ ауыл-2013” республика конкурсында ҡатнаша.

Бәйгенең шарттары ярайһы уҡ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, урындағы етәкселек тә, халыҡ та айыҡлыҡты йәшәү рәүеше итеүгә ынтыла. Эскелек сире менән яфаланыусыларға ярҙам күрһәтеү, йәштәрҙә ошо афәткә ҡарата кире мөнәсәбәт тәрбиәләү, магазиндарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү һәм тыйыу — йәмәғәтселек, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм урындағы үҙидара эшмәкәрлегендәге төп йүнәлештәр.
Үктәй ауылында халыҡтың башланғысы менән яңы спорт майҙансығы төҙөлгәйне. Уны асыуҙа йәш спортсылар сығыш яһаны. Ял көндәрендә бында ауыл йәштәре лә, ситтән килгәндәр ҙә күп була икән. Төҙөлөшкә башланғыс биреүселәрҙең береһе Фидан Сәйфетдиновтың фекеренсә, был хәл йәш быуынға тормошта дөрөҫ юл һайлауға булышлыҡ итәсәк, тәмәкегә, иҫерткес эсемлектәргә кире мөнәсәбәт тәрбиәләйәсәк.
Әйткәндәй, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Башҡортостандың 38 районынан 70 ауыл ҡатнаша.


Вернуться назад