“Башҡортостан” гәзитен оҙаҡ йылдар алдырып уҡыйым, әммә һуңғы ваҡытта почта тарафынан матбуғат насар таратыла. Аҙнаһына ике тапҡыр күмәртәләп ҡалдырып киткән баҫмаларҙы бер нисә көн буйына уҡырға тура килә. Гәзитһеҙ йәшәй алмайым, шуға күрә бындай проблемаларға күҙ йомоп ҡарайым. Шулай ҙа хәләл аҡсабыҙға яҙылғас, ваҡытында килтерһәләр, яҡшыраҡ булыр ине лә бит.
Үҙем ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән кеше булараҡ, ауыл иҡтисадына бәйле мәҡәләләр, ошо йүнәлештә эшләүсе фермерҙар, эшҡыуарҙар хаҡындағы һүрәтләмәләрҙе яратам. Хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙың тормошон сағылдырған яҙмалар күңелгә бигерәк хуш килә. Төрлө райондарҙа эшләп килгән ветерандар советы, “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубтары тураһында ла яҙығыҙ. Күптәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, ижад менән шөғөлләнә башлай. Уларҙың ижад емештәре лә баҫылһа, бик шат булыр инек. Һәр ваҡыт исемдәре билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен генә уҡырға тимәгән бит?!