Һаңғырауланмайым тиһәң, алыҫыраҡ тор30.12.2011
Ишетеү һәләте тауыш ифрат көслө булғанда — бер йылдан, ә уртаса булғанда 10—12 йылдан һуң насарлана башлауы ихтимал.
Санитар нормаларға ярашлы, тауыш кимәле торлаҡ бинанан ике метр алыҫлыҡта 55 децибелдан артмаҫҡа тейеш. Һәүетемсә һөйләшкәндә тауыш кимәле 40—50 децибелға етә. Ярты метр арыраҡ торған сәйнүк ҡайнағандағы тауыш 50—60 децибел самаһы була. Үтеп китеүсе автомобиль тауышы 70 децибелға етә. Шундай уҡ тауыш 15 метр арыраҡ эшләп торған тракторҙан да килә. 7,5 метр алыҫлыҡта елеүсе мотоцикл тауышы — 86, автобустыҡы — 91, йөк машинаһының 90 децибел самаһы.
Белгестәр иҫәпләүенсә, 3—4 рәтле автомобиль юлында ла тауыш кимәле норманан 20—25 децибелға артып китә.
Шау-шыу кимәле буйынса аэропорттар һәм вокзалдар “алдынғылыҡты” бирмәй. Иң көслө тауышлы транспорт — самолет. Осоп китеү һәм төшөү майҙанынан бер километр алыҫлыҡта лайнерҙың тауыш кимәле 100 децибелдан ашыу була.