“Ышаныс телефоны”на шылтырат23.10.2013
Иртәгә Өфөлә “Ышаныс телефоны”нда көҙгө саҡырылыш” акцияһы уҙғарыла. Уны ҡаланың Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге ойоштора.

Башҡортостан хәрби комиссариатының Октябрь һәм Совет райондары буйынса вәкиле халыҡты ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирә, хәрби хеҙмәткә саҡырыласаҡ граждандарға, уларҙың ата-әсәһенә һәм туғандарына социаль, мәғлүмәти ярҙам күрһәтә. “Тура бәйләнеш” телефоны — (347) 279-06-60. Ул көндөҙгө сәғәт 2-нән 5-кә тиклем эшләй.


Вернуться назад