Түләүһеҙ ярҙам23.10.2013
25 октябрҙә Рәсәйҙәге Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе республикабыҙҙа Хоҡуҡи ярҙам көнө үткәрә.

Адвокаттар, нотариустар, прокуратура, “Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы, Кадастр палатаһы филиалы, шулай уҡ суд приставтары хеҙмәте һәм Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре консультация бирә. Бушлай юридик ярҙам үҙәктәренең адресын һәм консультация ваҡытын бүлексәнең сайтынан табырға мөмкин.


Вернуться назад