Яңы уҡыу йылы башланыуға ай ярым ваҡыт үтте. Тик, үкенескә ҡаршы, мәктәпкә барыу теләге менән янып та, һаулығы булмау сәбәпле өйҙә генә уҡырға мәжбүр ҡыҙҙар-малайҙар юҡ түгел. Тыумыштан ауыр сирҙәргә ҡаршы көрәш алып барған был балалар, үҙҙәре һымаҡ тиҫтерҙәре менән дуҫлашып, уйнап ҡайтыр ине лә, тик улар йә атламай, йә бөтөнләй ҡуҙғала алмай шул. Шуныһы шатлыҡлы: дәүләтебеҙ мөмкинлеге сикләнгән граждандарына иғтибарҙы йылдан-йыл көсәйтә, уларҙың яҙмышында туранан-тура ҡатнаша. Күптән түгел ошондай күренешкә үҙем шаһит булдым.
Валентина Варламоваға ун айлыҡ сағында уҡ табиптар "атлай алмаясаҡ" тигән диагноз ҡуя. Атаһы менән әсәһе сабыйҙарына ике тапҡыр операция яһата. Хәҙер ҡыҙ, хәле бер аҙ еңеләйә төшһә лә, ҡултыҡ таяҡтарына ғына таянып йөрөй. Табиптар, уға үҙ аяғына баҫыу өсөн тағы ла бер нисә йыл талап ителә, ти. Валя — тырыш уҡыусы, яҡшы билдәләр генә ала. Дүрт йыл уҡытыусылар үҙҙәре килеп уҡытһа, бишенсе класты 7-се мәктәпкә үҙ көсө менән йөрөп уҡырға ниәтләй.
Уҡыу йылы башында ҡыҙ тағы бер ҡыуаныс кисерҙе – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре компьютер бүләк итте. «Хәҙер мин уҡытыусыларым, класташтарым менән аралаша аласаҡмын», — тип шатлана ул. Хәйер, Валя ғына түгел, уның кеүек тағы ла 19 бала компьютерлы буласаҡ. Ноутбук һәм башҡа әйберҙәр өсөн ҡала бюджетынан 600 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Барлыҡ бүләктәр ҙә хужаларын тапҡан да инде.
Ошо балалар өсөн шул тиклем шатландым. Улар ауыр сирҙәрен бер аҙға булһа ла онотоп, үҙҙәренә файҙалы шөғөл табып, тормоштоң матурлығын тойоп йәшәргә, донъяны бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡабул итергә өйрәнәсәк бит!