Йәшлек — йүгәнһеҙ ат. Баш бирергә теләмәйенсә, иркенлектә елдәй елер, тауҙар аҡтарыр дәрт-дарман менән тормош ағышын үҙе теләгәнсә бороп ебәрер мәл. Ғүмерҙең ошо гүзәл, ҡабатланмаҫ осоронда, күңел бизмәненә яҡшылыҡ, изгелек өҫтәп, йәшәүгә дөрөҫ йүнәлеш биреү зарур.
Был бурыстың күп өлөшө белем усаҡтарының иңенә төшә. Шуныһы һөйөнөслө: төбәгебеҙҙәге уҡыу йорттарының барыһы ла үҙ йүнәлешендә аныҡ маҡсатлы эш алып бара, йәштәргә, белем менән бер рәттән, әхлаҡ тәрбиәһе биреүгә күп көс һала. Был йәһәттән айырыуса уҡытыусылар әҙерләгән мәғариф учреждениеларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Улар араһында юл күрһәтеп, алғы сафта барған юғары уҡыу йорто — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты — хаҡында "төбәгебеҙҙең тәрбиәсеһе" тип һис шикләнмәйенсә әйтергә мөмкин. Республикабыҙға һәләтле уҡытыусылар әҙерләү, йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу бурыстарын йөкмәгән белем усағы һәр ваҡыт ышаныслы алға барҙы, заманса ҡарашлы, абруйлы етәксеһе, өлгөлө, эшһөйәр коллективы, уңған студенттары менән дан тотто. Университет бөгөн дә тура юлдан ситкә тайпылмай, йылдар дауамында һалынған изге йолаларын һаҡлап, тәжрибәһен камиллаштырып йәшәү өҫтөндә. Заман һулышын тойоп, яңы алымдарҙы ҡыйыу ҡуллана, көн дә үҫеш кисереп, башҡаларға үрнәк күрһәтә. Был, әлбиттә, тәү сиратта етәксенең һәләтенә, оҫталығына, ныҡышмал, тынғыһыҙ булыуына бәйле — университеттың ректоры Раил Әсәҙуллинды тап шундай итеп беләбеҙ. Уның тырышлығы менән уҡыу йортоноң һәр факультеты заманға ярашлы уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Шуларҙың береһе — республиканың мәғариф тармағында лайыҡлы урынын тапҡан башҡорт филология факультеты — ошо көндәрҙә 20 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан уның деканы, филология фәндәре кандидаты, профессор Луиза СӘМСИТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
— Байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ, Луиза Хәмзә ҡыҙы?
— Сараға ныҡлы әҙерлек бара. Күрһәтерлек, ғорурланырлыҡ ҡаҙанышыбыҙ байтаҡ, шунлыҡтан кәйеф күтәренке. Факультетты асҡанда ҡуйылған бурыстар теүәл үтәлә, йолалар һаҡлана, шул нигеҙҙә заман менән бергә үҫеш кисерелеп, даими уңышҡа өлгәшелә икән — бында тотош коллективтың, элекке хеҙмәттәштәребеҙҙең, ветерандарыбыҙҙың, университет етәкселегенең тос өлөшө ята.
Тарихҡа күҙ һалғанда, башҡорт филологияһы факультеты 1992 йылда асылған. Уға тиклем дөйөм һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы эшләгән, мөдире филология фәндәре докторы, профессор Талмас Ғарипов булған. Коллективта Фирҙәүес Хисамитдинова, Зиннур Ураҡсин, Зәйтүнә Шәрипова, Рауил Ниғмәтуллин, Әсхәл Әхмәтҡужин, Лидия Нагаева, Юлай Псәнчин, Гөлнур Бохарова, Рәхимә Таһирова, Хәнифә Ишбулатова һәм башҡалар хеҙмәт иткән.
Яңы факультетты асыуға тос өлөш индергән, коллективта, уҡыу йортонда ғына түгел, республикала ҙур хөрмәт, абруй ҡаҙанған Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы декан итеп тәғәйенләнә. Тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһендә 1993 йылда башҡорт теле, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедралары барлыҡҡа килә. Тәүгеһенә башта филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Халиҡова, унан педагогика фәндәре кандидаты, профессор Әхмәр Аҙнабаев етәкселек итә. 2007 — 2011 йылдарҙа иһә мин мөдир булдым. Ике йыл элек был тармаҡ үҙгәреш кисерҙе: башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһына әүерелде. Әле уның мөдире — педагогика фәндәре кандидаты, доцент Сәлимә Таһирова.
Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы ла ныҡлы үҫеш юлында. Уға төрлө йылдарҙа филология фәндәре кандидаттары, доценттар Зәйтүнә Шәрипова, Әхәт Вилданов, философия фәндәре докторы, профессор Әхмәт Дәүләтҡолов етәкселек итте. Әле уларҙың юлын филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәлимә Ғәлина уңышлы дауам итә.
Факультет декандары менән дә көслө булды. Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова һалған һуҡмаҡты Әхәт Вилданов, Рианс Манапов, Ҡәүи Кәримов, Винер Шәйәхмәтов кеүек халҡы, туған теле өсөн янып-көйөп йәшәгән һәм эшләгән ғалимдар дауам итте.
Беҙҙә төрлө йылдарҙа республикала билдәле шәхестәр, фән докторҙары, профессорҙар хеҙмәт итте. Мәҫәлән, Ғайса Хөсәйенов, Марат Зәйнуллин, Рауил Бикбаев, Эрнст Ишбирҙин, Рәшит Шәкүр, Ғиниәт Ҡунафин, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Самат Мөхәмәтйәнов, Нәсимә Суфиянова, Юлай Псәнчин, Миҙхәт Хәсәнов, Рәсимә Ураҡсина һәм башҡалар. Факультеттың үҫешендә, бөгөнгө ҡаҙаныштарында уларҙың һәр береһенең тос өлөшө бар.
— Ике кафедра тураһында әйтеп үттегеҙ. Белеүебеҙсә, күптән түгел өсөнсөһө лә асылды.
— Эйе, беҙҙә хәҙер донъя кимәлендә берҙән-бер ТӨРКСОЙ кафедраһы эшләй. Ул, әлбиттә, сит илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек нигеҙендә барлыҡҡа килде. Былтыр факультетта Көнсығыш телдәре кабинетын асҡайныҡ. Форсаттан файҙаланып, Хәмзә хажи Ғәлләмовҡа ҙур рәхмәт белдерәм: ул башланғысты тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте. Кабинетты асыуҙа "ТӨРКСОЙ" ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов ҡатнашты. Ул, факультет менән танышып сығып, эшмәкәрлеккә юғары баһа бирҙе. Һөҙөмтәлә ТӨРКСОЙ кафедраһын асырға ризалыҡ алдыҡ. Ул уңышлы ғына эш башланы. Мөдире — университеттың проректоры Винер Шәйәхмәтов.
Шуныһы ҡыҙыҡ: "ТӨРКСОЙ" ойошмаһы беҙҙең факультет менән бер осорҙа барлыҡҡа килгән. Шуға күрә 20 йыллыҡты бергә үткәрергә булдыҡ. 24 — 26 октябрҙә уҙасаҡ сараның икенсе көнөндә "ТӨРКСОЙ" ойошмаһының "түңәрәк өҫтәл"ен ойоштороу планлаштырылған. Ғөмүмән, өс көн дауам итәсәк осрашыуҙың программаһы бик бай йөкмәткеле. Унда Ҡаҙағстандан, Төркиәнән, Рәсәй төбәктәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Факультет шулай уҡ үҙендә төрлө йылдарҙа белем алған студенттар, хеҙмәт юлын үткән уҡытыусылар, ғалимдар өсөн ҙур байрам ойоштороу ниәте менән яна.
— Төркиә тигәндәй, факультет эш башлаған йылдарҙа шул илдән килгән студенттар менән бер төркөмдә уҡырға тура килде. Әммә был башланғыс аҙаҡ ниңәлер туҡтап ҡалды.
— Эште быйыл тергеҙҙек: башҡорт-төрөк бүлеген булдырҙыҡ. Алда әйтеп үткәнемсә, факультеттағы йолаларҙы һаҡларға, үҫтерергә тырышабыҙ. Ә уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары башында беҙҙә белем алған Төркиә егеттәре ике илде яҡынайтҡан ысын дипломат булып үҫеп өлгөрҙө. Барыһы ла мәғариф өлкәһенә хеҙмәт итмәһә лә, төрлө тармаҡта факультетта һеңдергән рухты тарата, халыҡ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ өлгөһөн күрһәтеп йәшәй улар. Фән юлынан киткәндәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, элекке студентыбыҙ, филология фәндәре докторы, доцент Исмәт Бинәр менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ул әле Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары булып эшләй. Исмәт бей Өфөгә йыш килә, факультет коллективы, студенттар менән осрашыуға ла ваҡытын йәлләмәй. Башҡортса таҙа һөйләшкән, диссертация эшен туған телебеҙгә бағышлаған йәш ғалим милләтебеҙҙе ситтә танытыуға тос өлөш индерә.
Ғөмүмән, әле лә Төркиә менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Әйтәйек, башҡорт филологияһы факультеты һәм Нигдә университеты араһындағы килешеүгә ярашлы, былтыр уларҙың ике докторанты беҙҙә стажировка үтте. Студенттарға лекциялар уҡып, үҙҙәренең белемен камиллаштырып ҡайттылар.
Беҙҙекеләр ҙә төрөк телен ҙур теләк менән өйрәнә. Мәҫәлән, былтыр филология фәндәре кандидаты, доцент Зәки Әлибаев етәкселегендә өс студентыбыҙ Төркиәлә стажировкала булды. Уларҙан алдараҡ Илдус Ҡаһарманов тигән егетебеҙ ҙә шунда белемен камиллаштырғайны. Өҫтәүенә, йәш шағир булараҡ, үҙен барлыҡ төрки донъяһында күрһәтеп, фестивалдә лауреат исемен алып ҡайтты. Был йәһәттән Рида Тимершәйехованың һөҙөмтәләре айырыуса һөйөнөслө. Төркиәлә төрөк телен бер ай ғына өйрәнгән студентыбыҙ ошо тел буйынса Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында 300-ҙән ашыу конкурсант араһында өсөнсө урынды алды!
— Ҡаҙағстан менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыуығыҙ мәғлүм.
— Эйе, С. Байышев исемендәге Аҡтүбә университеты, К. Жубанов исемендәге Аҡтүбә дәүләт университеты менән килешеүҙәр төҙөлгән. Уларға ярашлы, студенттарға ике яҡта ла стажировкалар үтеү мөмкинлеге тыуҙырыла.
Рәсәй төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттары менән дә ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Уларҙа ойошторолған сараларҙан ҡалмайбыҙ. Мәҫәлән, Таулы Алтай дәүләт университетында йыл һайын "Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте" олимпиадаһы уҙғарыла. Беҙҙең студенттар унда һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Былтыр хатта факультеттың командаһы беренсе урынды алды. Ошондай сараларҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, семинарҙарҙа даими ҡатнашабыҙ.
— Тимәк, факультетта йәштәрҙе фәнгә ылыҡтырыу эше яҡшы ойошторолған.
— Фәне булған халыҡтың ғына киләсәге бар. Ошоно маҡсат итеп алып, студенттарҙы ғилми-тикшеренеү эшенә йәлеп итергә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, факультет ҡаҙанында ғына ҡайнауҙан фәтүә сыҡмаҫын аңлап, фәнебеҙҙе донъя кимәленә сығарыу, башҡорттоң кем икәнлеген, телен, мәҙәниәтен, тарихын күрһәтеү маҡсатын алға ҡуйғанбыҙ. Заманында Мифтахетдин Аҡмулла, Әхмәтзәки Вәлиди төрки донъяһын тотҡан, тимәк, уларҙың юлы дауам ителергә тейеш. Олуғ шәхестәребеҙ башҡарғандың күпмелер өлөшөн үтәй алабыҙ икән — үҙе бер ҡаҙаныш!
Башҡорт филологияһы факультеты фәнде үҫтереү йәһәтенән университетта алдынғылар рәтендә килә. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге Гуманитар ғилми фондтың грантына йыл һайын иң күбе беҙҙең уҡытыусылар лайыҡ була. Ә Мәскәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эштәргә баһа алыуы еңел түгеллеге һәр кемгә билдәлелер.
Былтыр федераль маҡсатлы программа буйынса 2 миллион 700 мең һумлыҡ ҙур ғына грант оттоҡ. Проекттың етәксеһе — урыҫ теле уҡытыусыһы, педагогика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың дәүләт телдәрен өйрәнеү буйынса лингвометодик үҙәктең директоры Рәйсә Дәүләтбаева. Өҫтәүенә шуныһы иғтибарға лайыҡ: уның һигеҙ дәреслеге Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының грифын алды.
Йәштәр ҙә ҡалышмай. Мәҫәлән, былтыр аспиранттарҙан бер төркөм Рәсәйҙәге Гуманитар ғилми фондтың 350 мең һумлыҡ грантына эйә булды. Һөҙөмтәлә "Китап" нәшриәтендә 500 битлек китабыбыҙ донъя күрҙе.
Студенттарҙың да проекттары Рәсәй кимәлендә юғары баһа ала. Йәштәребеҙ төрлө ғилми-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһай, урындар яулай.
Бындай ҡаҙаныштарҙа, әлбиттә, факультет уҡытыусыларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың араһында төрлө дәреслек авторҙарының булыуы менән айырыуса бәхетлебеҙ. Мәҫәлән, профессорҙарҙан — Рәшит Әлмөхәмәтов, Рәйсә Дәүләтбаева, Әхмәт Сөләймәнов, Миңһылыу Усманова, доценттарҙан — Әхәт Вилданов, Мәрхәбә Дәүләтшина, Сәлимә Таһирова һәм башҡалар.
М. Аҡмулла исемендәге БДПУ — республикала берҙән-бер педагогик, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы составындағы юғары уҡыу йорто. Был беҙҙе, юғары маҡсаттар ҡуйып, өлгө күрһәтеп, ең һыҙғанып эшләргә дәртләндерә.
— Фәндән тыш төрлө мәҙәни, тәрбиәүи, спорт сараларында ихлас ҡатнашҡанығыҙҙы беләбеҙ.
— Йәштәргә: "Башҡорт филологияһы факультетына килгәнһегеҙ — тимәк, иңегеҙгә милләт, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәттең киләсәк яҙмышы өсөн ҙур яуаплылыҡ алғанһығыҙ. Тырышып белем алыу менән бер рәттән, һәр йәһәттән әүҙем булырға, һәләттәрегеҙҙе үҫтерергә, янып-көйөп, башҡаларға үрнәк күрһәтеп йәшәргә бурыслыһығыҙ", — тип һәр саҡ аңлатып торабыҙ. Ихлас күңелдән әйтелгән һүҙ бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай ул: студенттарыбыҙ ышанысты аҡлай. Иң һөйөнөслөһө шул: беҙҙең факультетҡа рухлы, сәмле, һәләтле йәштәр килә. Баш ҡалала уҙғарылған милли-мәҙәни сараларҙа иғтибар итәһегеҙҙер: тамаша залында иң күбе беҙҙең студенттар була. Үҙҙәренең араһында ла йыр-моңға, бейеүгә һәләтлеләр бихисап. Был йәһәттән һәр студентты үҫтерергә тырышабыҙ. Миҫал өсөн, факультетта Зәки Әлибаев етәкселегендә "Тулҡын" әҙәби-ижад берекмәһе эшләй. Ҡаҙаныштар ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр Гөлнара Яҡупова республика кимәлендә уҙғарылған йәш драматургтар конкурсында III урынды яуланы. Факультетта "Тулҡын" исемле гәзит тә сыға. Мөхәррире — IV курс студенты Динис Ғилманов. Баҫмала факультеттың ғына түгел, тотош университеттың яңылыҡтары сағылыш таба, ҡәләмгә тотонғандарҙың ижад емештәре урын ала.
Ҙур тәрбиәүи сара икәнлеген күҙ уңында тотоп, йолаларға айырым иғтибар бүләбеҙ. Был йәһәттән факультетта Розалия Солтангәрәева ойошторған сәсәндәр мәктәбенең әһәмиәтен билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Беҙ бит — эпослы, данлы халыҡ! Ошондай рухта тәрбиәләнгән студенттарыбыҙ сәсәндәр мәктәбендә теләп шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Шулай уҡ Розалия Әсфәндийәр ҡыҙының тырышлығы менән факультетта йыл һайын "Сөмбөлә" байрамы уҙғарыла. Унда башҡа юғары уҡыу йорттары студенттарын да саҡырабыҙ.
Халыҡ ижадына, йолаларға иғтибарҙа билдәле шәхесебеҙ, профессор Әхмәт Сөләймәновтың шәхси үрнәгенең, эшмәкәрлегенең дә ҙур өлөшө бар. Белеүегеҙсә, ул оҙаҡ йылдар "Урал батыр" эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәр конкурсының жюри рәйесе вазифаһын башҡара.
Быларҙан тыш, студенттарыбыҙ спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Улар араһында өс тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен алған Рәмил Ғәлимов, Гөлназ Әхмәтшина менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, быйылғы республика гүзәллек бәйгеһендә Нурсилә Фәхретдинова менән Зилиә Абдулғатина III урынға лайыҡ булды, Айгөл Вәлиева номинацияла билдәләнде. Ә уларҙан алдараҡ "Мисс Азия-Себер" конкурсында II урынды яулаған Луиза Закирйәнованың хәҙер инде үҙенең матурлыҡ студияһы бар.
Ғөмүмән, студенттарыбыҙ бер ниндәй ярыштан да ситтә ҡалмай. Үҙебеҙҙә уҙғарылған "Студент яҙы", "Студент көҙө", "Әсә теле" һәм башҡа бихисап конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар, төрлө ансамбль ағзалары үҙенсәлекле сығыштары менән университет сараларын биҙәй.
— Факультетта алған белемдең, тәрбиәнең сифаты сығарылыш студенттарының артабанғы тормошонда ла асыҡ сағыла. Мәҫәлән, "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашҡандарҙың, унда еңеү яулағандарҙың күбеһе заманында һеҙҙә белем алған.
— Ысынлап та, шулай. Студенттарыбыҙҙың күбеһенең педагогик юлды һайлауы һәм халыҡ мәнфәғәтендә тырышып хеҙмәт итеүе, милләтебеҙ өсөн янып-көйөп йәшәүе — ҙур ҡыуаныс. Башҡа тармаҡтарҙа эшләгәндәр ҙә ошондай уҡ сифаттары менән һөйөндөрә. Барлыҡ ҡаҙаныштарҙың нигеҙендә, алда әйтеп үткәнемсә, коллективтың һөҙөмтәле хеҙмәте ята. Шулай ҙа иң ҙур этәргес шул: университеттың ректорынан уңдыҡ. Педагогика фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Раил Әсәҙуллин — төбәгебеҙҙең, башҡорт халҡының үҫеше өсөн ифрат күп көс түккән шәхес. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Университеттың һәр факультетында башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытыла, төрлө илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ойошторолған, уҡытыусыларҙың, студенттарҙың үҫеше өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған, тынғыһыҙ эшкә йәлеп ителгәнбеҙ, көн дә яңылыҡҡа ынтылабыҙ икән — быларҙың барыһы ла Раил Мирвай улының етәкселек оҫталығына, юғары кимәлдәге шәхси һыҙаттарына, ныҡышмалы хеҙмәтенә бәйле. Уның дәрт-дарманы, хәстәрлеге эшебеҙҙә ҙур сағылыш таба.
Ике тиҫтә йыл — бигүк оҙаҡ ваҡыт түгел, әммә үткәндәрҙе барлап, алға маҡсаттар ҡуйыу өсөн иң ҡулай мәл. Шуның өсөн дә факультет тормошондағы яуаплы сарала һәр кем ихлас ҡатнашыр тигән ышаныстамын.
Раил ӘСӘҘУЛЛИН, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты:
— Олуғ шәхесебеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең милләттең туған телен, мәҙәниәтен фәҡәт тыуған төйәгендә ҙур юғарылыҡҡа күтәрә алыуы хаҡында һүҙҙәре бар. Быға, әлбиттә, тырышлыҡ ҡына түгел, быуаттар дауамында һаҡланып килгән йолалар, тамырҙар көсө, рух тәьҫир итә. Тимәк, башҡорт халҡы үҙ ерендә туған телен, мәҙәниәтен юғары бейеклеккә күтәрә, донъя кимәленә сығара ала. Ошо йәһәттән республиканың төп педагогик юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты әйҙәүсе көстәрҙең береһе булырға тейеш. Коллектив был бурысын яҡшы аңлай һәм милләттең ышанысын аҡлау өсөн барлыҡ тырышлығын һала. Уларҙың араһында республикаға билдәле ғалимдар, дәреслек авторҙарының булыуы дөйөм хеҙмәттең һөҙөмтәлелеген күтәрә, университеттың да баһаһын арттыра.
Факультет сит илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара, ҡеүәте киң. Унда ТӨРКСОЙ кафедраһының эшләүе, Көнсығыш телдәренең уҡытылыуы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Башҡорт филологияһы факультеты белем биреү урыны ғына түгел, милләттең мәҙәни-тәрбиәүи үҙәге лә булырға тейеш. Шуға ынтылһаҡ, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе тағы ла әллә күпме быуынды ғилемле, рухлы итеп үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерәсәк. Факультет коллективына, студенттарға артабан да ҙур уңыштар, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәүен теләйем.
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:
— Башҡорт филологияһы факультетын асыуға педагогик уҡыу йорто етәкселеге, уҡытыусылар, студенттар күп көс һалды. Уҡыу пландары, программалар, дәреслектәр тиҙ арала булдырылды. Ғөмүмән, яңы асылған факультеттың абруйын күтәреүгә һәр кем ихлас күңел, тырышлыҡ менән үҙ өлөшөн индерҙе.
Ул заманда республикала туған телебеҙ дәүләт статусын алмаған булһа ла, факультетта тап шулай итеп ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә хатта дәрестәр теҙмәһе лә башҡортса яҙылды. Бындай сараларҙың туған телебеҙҙең абруйын арттырыу, баһаһын күтәреү йәһәтенән әһәмиәте ҙур.
Студенттарҙы ғәмле, сәмле булырға өйрәттек. Улар факультеттағы, институттағы ғына түгел, республика сараларында ла әүҙем ҡатнашты. Төбәгебеҙгә — үҙаллылыҡ, башҡорт теленә дәүләт статусы биреүҙе талап итеүселәр араһында ла беҙҙең факультеттыҡылар алғы сафта булды. Шуғалыр ҙа ул осор студенттары, хәҙер инде байтаҡ тәжрибә туплаған хеҙмәт кешеләре, әле лә теле, иле, халҡы өсөн янып-көйөп йәшәгәндәр рәтендә. Мин, факультеттың беренсе деканы булараҡ, улар менән һәр саҡ ғорурланам.
Тәүҙән үк студенттарҙы фән эшенә йәлеп итергә тырыштыҡ, ил кимәлендә уҙғарылған ғилми-ғәмәли конференцияларға ебәрҙек. Сәйәхәттәр ойоштороу ҙа йәштәрҙең аң-белем даирәһен киңәйтергә ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Төрөктәрҙең беҙҙә уҡыуы ла ике яҡтың телен, мәҙәниәтен үҙләштереү һәм үҫтереү, тәрбиә йәһәтенән файҙаға булды. Дөйөм алғанда, башҡорт филологияһы факультетының халҡыбыҙҙың һуңғы 20 йыллыҡ тарихында өлөшө тос.
Исмәт БИНӘР, филология фәндәре докторы, доцент, Истанбул университетының Евразия институты директоры урынбаҫары:
— Төркиәнән Башҡортостанға килгән саҡта башҡорт теле хаҡында бик аҙ белә инем. Әммә бында шул ҡәҙәр тырыш, изге күңелле, үҙ эшен мөкиббән яратҡан уҡытыусылар менән осраштым. Остаздарым миңә башҡорт телен тәрән өйрәнергә ярҙам итте, уға ҙур һөйөү тәрбиәләне. Тәүге уҡытыусыларымды — Фирҙәүес Хисамитдинованы, Таңһылыу Кусимованы, Рәйсә Кәримованы, Әхмәр Аҙнабаевты, ул ваҡыттағы ректор Эдуард Хәмитовты һәм башҡаларҙы — ныҡ хөрмәт итәм, бер ваҡытта ла онотмайым. Уларҙың ярҙамында башҡорт әҙәби телен өйрәнеп кенә ҡалманым, ә республиканың төрлө районында булып, халыҡ менән аралаштым, урындағы һөйләш теле миҫалдарын яҙып алдым. Төркиәлә йыйған мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе бындағылар менән сағыштырып өйрәнергә тырыштым. Ике илдә туплаған мәғлүмәтте файҙаланып, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙҙым һәм уны уңышлы яҡланым.
Әле Истанбулдың алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһендә эшләйем икән, бында башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыларының тос өлөшө бар. Беҙ, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Башҡортостанда белем алған төрөк йәштәре, республикала үҙебеҙгә һәр саҡ йылы мөнәсәбәт, хәстәрлек тойҙоҡ. Уҡытыусыларыбыҙ ғына түгел, курсташтарыбыҙ, төркөмдәштәребеҙ һәр төрлө мәсьәләлә терәк-таяныс булды, һөҙөмтәлә сит ер икенсе тыуған төйәгебеҙгә әйләнде. Остаздарымдың, бергә белем алған иптәштәремдең береһен дә онотмайым, һағынып иҫкә алам, Интернет селтәре аша аралашам. Башҡортостанға килгән саҡта иһә осрашып, күрешеп китергә тырышам. Барыһына ла ҙур рәхмәт!
Башҡорт филологияһы факультеты коллективына артабан да уңышлы эшмәкәрлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Студенттар иһә ҡыйыу, әүҙем булһын, белем алыуға етди ҡараһын, киләсәккә ҙур ышаныс менән йәшәһен!
Телде өйрәнеү теләге артаБыйыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының I курсына уҡырға индек. Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашҡанына сикһеҙ шатбыҙ!
Республиканың төрлө район һәм ҡалаһынан йыйылғанбыҙ. Бигерәк ҡыҙыҡ икән ул: аралашҡан һайын үҙебеҙгә ниндәйҙер яңылыҡ алабыҙ. Диалект һүҙҙәре айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, йылы баш кейемен берәүҙәр — "башлыҡ", икенселәр — "бүрек", өсөнсөләр "кәпәс" ти. Был һүҙҙәрҙе тикшереп ҡараныҡ. Баҡтиһәң, йылы баш кейемен инглиздәр "кәп" тип атай, ә фарсы телендә баш "кәп" була икән. Ошондай тикшеренеү эштәре ифрат ҡыҙыҡлы, файҙалы. Башҡорт теленең ғәжәп бай, бик боронғо икәнлегенә йәнә бер инанаһың, уны тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү теләге арта.
Л. НАФИҠОВА,
102-се төркөм студенты.
Уҡытыусыларыбыҙ дәртле булғас!Педагог белем биреүсе генә түгел, психолог та, артист та, спортсы ла. Башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусылары, студенттары был йәһәттән һәр саҡ өлгө булып тора.
Беҙҙең егеттәрҙең — еңел атлетика, волейбол, саңғы ярыштарында, ҡыҙҙарҙың йыйылма командаһы баскетбол, урыҫ лаптаһы уйындарында һынатҡаны юҡ. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай: спартакиадаларҙа ҡатнашып, футбол, шахмат, шашка, арҡан тартышыу буйынса факультетҡа еңеү алып ҡайтып торалар.
Арабыҙҙа университет кимәлен үткәндәр ҙә бар. Мәҫәлән, факультетыбыҙҙың ғорурлығы булған Рәмил Ғәлимов милли көрәш буйынса Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы. Башҡорт теле уҡытыусыһының ошондай ҡаҙанышы, һис шикһеҙ, уҡыусылары өсөн дә ҙур ғорурлыҡ. Ҡыҙҙар араһынан ҡул көрәше буйынса чемпион Гөлназ Әхмәтшина менән дә ғорурланабыҙ.
Уңыштарҙың күп өлөшө остаздарыбыҙ биргән тәрбиәгә бәйле. Сал сәсле уҡытыусыларыбыҙ йәштәрҙәй дәртле, спортта һынатмай, был — беҙҙең өсөн ҙур өлгө.
Динис ҒИЛМАНОВ.Сәскәнең ете тажындай"Эй, хыялый, һантый ҡыҙ бала,
Төн йоҡоңдо һинең кем ала?" — тигән йырҙағы һорауға беҙҙең "Хыялыйҙар" командаһы ағзалары: "Тапҡырҙар һәм шаяндар клубы!" — тип яуаплар ине.
Командабыҙ бик үҙенсәлекле — унда тик ҡыҙҙар ғына. Егеттәрҙе алырға уйламайбыҙ ҙа! Ете ҡыҙбыҙ, сәскәнең ете тажындай балҡып торабыҙ. Капитаныбыҙ (ул — прокурор ҙа, йәлләт тә, адвокат та) — Эльвина Мәжитова. Кәрәк ваҡытта йыуата ла белә, илатып та ҡуя. Нескә күңелле булыуы менән хайран ҡалдыра. Команданы ойоштороуҙа Эльвинаның өлөшө тос. Уның тырышлығы менән "Шаян уйын-2012" фестивалендә лә ҡатнаштыҡ.
Командала шулай уҡ оҙон, зифа буйлы Алина Ғафарова, тәжрибәле Гөлнур Ғаззалова, йөҙөнән йылмайыу китмәгән Гүзәл Абайҙуллина, кескәй "һары сәс"ебеҙ Айгөл Сабитова һәм мин — бер аҙ "дыуамал" Фаягөл Исхаҡова — уйнайбыҙ. Яңыраҡ сафыбыҙҙы Гөлназ Хужәхмәтова тулыландырҙы. Йәш диджей Гүзәлиә Ғөбәйҙуллина иһә шаян, күңелле йырҙары менән дәртләндереп, алға әйҙәп тора.
Тырыш булғас, еңеүҙәр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Командабыҙ былтыр ғына барлыҡҡа килһә лә, "Шаян уйын-2012" фестивалендә "Өмөт" номинацияһын алдыҡ. Шулай уҡ "Тапҡырҙар һәм шаяндар клубы" лигаһында төп бүләккә лайыҡ булдыҡ. Быйыл ошо уҡ конкурсты асыу фестивалендә Айгөл Сабитова "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеү яуланы. Әле лига финалының дүрттән беренсе өлөшөнә әҙерләнеү менән мәшғүлбеҙ. Беҙгә ышанығыҙ, һынатмаясаҡбыҙ!
Фаягөл ИСХАҠОВА. Хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ!
Факультет тормошон иңегеҙҙә йөкмәп, киләсәк мәнфәғәтендә хеҙмәт итеүегеҙ, беҙгә, йәштәргә, ҙур үрнәк күрһәтеүегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт еткерәбеҙ.
Эш һөҙөмтәһен йылдар түгел, ә ныҡышмалы хеҙмәт билдәләй. Тырышлығығыҙ, хәстәрлегегеҙ бик күптәргә ҡанат ҡуя, ҙур тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә. Һеҙ, ныҡлы белем биреү менән бергә, ысын кеше булырға өйрәтәһегеҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!