Ҡан баҫымың күпме?30.12.2011
Ҡан баҫымың күпме?Ҡан баҫымы түбән кешеләр оҙаҡ йәшәй, тиҙәр. Әммә барыһы ла ал да гөл түгел: баш ауыртыуы йонсота, арыу-талсығыу һәм шуға бәйле насар кәйеф яфалай.
Кардиологтарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, гипотония, зыянһыҙ күренһә лә, улай уҡ яҡшы түгел икән. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр ҡан баҫымы 90/60 булғанда ла үҙҙәрен яҡшы хис итә. Улар өсөн был ғәҙәти һанала. Әгәр кеше үҙен насар тойһа һәм шул уҡ ваҡытта ҡан баҫымы түбән икән, гипотония сире тураһында һөйләргә мөмкин.
Ҡан баҫымына бәйле проблема барлығын кешенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап та билдәләргә була. Ул ҡуҙғыусанға әүерелә, башы ауырта, хәтере насарлана. Йыш ҡына ундайҙар һауа торошона һиҙгер, йоҡонан оҙаҡ ҡына арына алмай һәм эшкә ауырлыҡ менән тотонорға мәжбүр. Ә бына кис кәйефтәре элекке хәленә ҡайта.
Гипотония — йәштәр ауырыуы. Өлкәнәйә барған һайын ҡан баҫымы күтәрелә башлай. Әммә элегерәк түбән ҡан баҫымынан яфаланған кешелә лә гипотония күҙәтелеүе ихтимал. Бындай осраҡта табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк. Ҡартая килә йәки унан алдараҡ сир үҙенән-үҙе үтер әле, тип тынысланырға ярамай.
Кардиологтар түбән ҡан баҫымының әллә ни ҡамасау түгеллеген билдәләй. Әммә уның берәй сирҙең эҙемтәһе булыуы ла ихтимал. Гипотонияға, мәҫәлән, эндокрин системаһы, йөрәк сире, хатта онкологик ауырыу сәбәпсе булыуы мөмкин.
Хәлең ҡапыл насарланһа, табипҡа барыуҙы кисектерергә ярамай. Ҡан баҫымының кинәт түбәнәйеүе, мәҫәлән, эске ҡан ағыуға йәки инфарктҡа килтереүе лә ихтимал. Бындай осраҡта шунда уҡ “ашығыс ярҙам” саҡырыу кәрәк.
Күптәр ҡан баҫымын күтәреү буйынса ҡаты итеп сәй йәки ҡәһүә эсергә, тын алыу гимнастикаһы эшләргә тәҡдим итә. Әммә кеше үҙен ҡапыл насар тойғанда әлеге кәңәштәр генә ярҙам итмәйәсәк. Бындай мәлдә бер генә минутты ла юғалтырға ярамай, ти табиптар.


Вернуться назад