Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин —йәнә Өфөлә! Башҡорттоң легендаға әүерелгән улы был юлы алты вагонлы электр поезын ун метр алыҫлыҡҡа урынынан күсерә...
Тамаша башланырға шаҡтай ваҡыт булһа ла, Өфө вокзалына халыҡ йыйылып өлгөргәйне. Көтөү залында ултырған пассажирҙар ҙа тамаша урынына һирпелде. Ана, донъяға билдәле бәһлеүән үҙе лә күренде. Әммә әлегә уның берәү менән дә һөйләшер форсаты юҡ – аяҡ-ҡулдарын күнектерә. Гиннесстың рекордтар китабына ингән шәхес 370 тонна ауырлыҡтағы составты урынынан шылдырырға тейеш. Шөһрәтле спортсының бығаса 32 тонналыҡ ике автобусты, 195 тонна ауырлыҡтағы АН-24 самолетын, 128 тонналыҡ ете трамвайҙы урынынан ҡуҙғатҡаны иҫкә төштө.
Бына билдәләнгән ваҡыт та етте. Йөҙөнән нур бөркөлөп торған бәһлеүән, махсус ҡулайламаға ятып, алға ынтылды. Шуны ғына көтөп торған халыҡ дәррәү һөрән һалды.
— Эльбрус, Эльбрус!
— Алға, алға!
Әммә вагондар урынынан ҡуҙғалманы. Үкенескә ҡаршы, икенсе, өсөнсө, дүртенсе ынтылышта ла ул хәрәкәтһеҙ ҡалды. Был юлы рекорд ҡуйылманы. Шулай ҙа легендар спортсының кәйефе көр ине. Ул килгән халыҡҡа, бағыусыларға рәхмәт әйтте.
— Бындай хәлдең булғаны юҡ ине. Рекорд еңел бирелмәй, күнекмә ваҡытында күсерә алғайным, әле бына халыҡ, журналистар алдында ул ҡуҙғалырға “теләмәне”. Әлбиттә, был рекорд ниндәйҙер ваҡытҡа кисектерелеп торасаҡ. Мин һеҙгә һүҙ бирәм, – тине ул.
Әлегә шөһрәтле милләттәшебеҙ үҙ маҡсатына өлгәшә алмаһа ла, көйәрмәндәр, йыйылыусылар спортсының үҙен күреүгә шат ине. Берәүҙәр уның менән һөйләшеп ҡалырға ашыҡты – Силәбе өлкәһендә ябай ғаиләлә үҫкән егеттең ошондай уңышҡа өлгәшеүенең сере менән ҡыҙыҡһынды, икенселәр бергә фотоға төштө. Шул саҡ бер егеттең:
— Эльбрус вагонды ғына түгел, тауын да күсерер, – тигән уйынлы-ысынлы тауышы ишетелде.