Йылы һүҙ — йән аҙығы22.10.2013
Балалар һәр саҡ йылы һүҙгә, яғымлы ҡарашҡа, хәстәрлеккә мохтаж. Ваҡытында бәләкәй генә иғтибар күрһәтеп, маҡтап ебәреү ҙә уларҙың күңеленә ҡанат ҡуйып, алдағы үрҙәргә ҙур этәргес бирә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре бындай хәстәрлекте һәр саҡ тоя. Әйтәйек, күптән түгел уларға Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте ойошторолоуҙың 61 йыллығы уңайынан Өфөләге полиция хеҙмәткәрҙәре сағыу байрам ойошторҙо.
Учреждениела 3 — 15 йәшлек 70-тән ашыу бала тәрбиәләнә. Улар хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы йәшәү, уҡыу шарттары менән таныштырҙы, буш ваҡыттарын нисек үткәреүҙәре тураһында һөйләне. Погонлы ҡунаҡтар иһә бүләккә әҙәби китаптар, энциклопедиялар алып килгәйне. Улар шулай уҡ балаларға ҡурсаҡ театры сәхнәһенән сығыш яһап күрһәтте, ихлас күңелдән аралашты, теләк-кәңәштәрен еткерҙе.