Халыҡ эскән һыу таҙамы?22.10.2013
Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары “Өфө һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһының эш сифатын тикшергән. Матбуғат конференцияһында Палатаның һаулыҡ һаҡлау комиссияһы рәйесе Шамил Ганцев мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
Комиссия рәйесе белдереүенсә, предприятиелағы технологик процестар менән танышҡандан һуң, һөҙөмтәнән ҡәнәғәт ҡалғандар. Ойошмалағы эшләнмәләр алдынғылар иҫәбенә инә. 2011 йылда “Өфө һыу каналы” Рәсәй Хөкүмәтенең сифат өлкәһендәге премия лауреаты булған, был мөһим награда продукция һәм хеҙмәт сифаты өлкәһендәге ыңғай күрһәткестәр, хәүефһеҙлек, шулай уҡ сифат менеджментының юғары һөҙөмтәле алымдарын ғәмәлгә индергән өсөн бирелә. Предприятиеның техник директоры Лев Кантор әйтеүенсә, баш ҡалабыҙҙағы һыу үткәргестәрҙән аҡҡан эсәр һыу халыҡ-ара талаптарға яуап бирә.
Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра мөдире, профессор Людмила Овсянникова сифатты баһалағанда “Өфө һыу каналы” системаларынан аҡҡан һыуҙың йорттарға килгәненән ҡырҡа айырылыуын да иҫәпкә алды.
— Күп нәмә селтәрҙәргә бәйле, шуға күрә торбаларҙы күберәк, ентеклерәк тикшерергә кәрәк. Ошо рәүешле беҙ халыҡтың ниндәй һыу эскәнен беләсәкбеҙ, — тине ул.
Йәмәғәт палатаһы ағзалары был тәҡдимде хупланы.


Вернуться назад