Ял көндәрендә һауа торошо боҙолоп, ямғыр “шыңшып” йонсотҡайны, яңы аҙна башын салт аяҙ күк йөҙө менән ҡаршыланыҡ: тәбиғәт төбәгебеҙҙә тағы ла бер иман йорто артыуға халыҡ менән бергә һөйөндө кеүек.
Өфөнөң Дим районында мөһабәт биналы, ифрат матур “Мәҙинә” мәсете асылыу тантанаһына кеше бик күп йыйылғайны.
— Иман йортоноң Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығын билдәләгән ваҡытта эш башлауы ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. — Иншаллаһ, халыҡ иманға ҡайта, мәсеттәр күпләп төҙөлә, быларҙың барыһы ла — дәүләтебеҙҙә дөрөҫ сәйәсәт алып барылыу һөҙөмтәһе. Яңы асылған “Мәҙинә”нең дә дөйөм эшкә ыңғай өлөшөн индереүенә ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Тәлғәт Сафа улының һүҙҙәренә, теләктәренә республикаға Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының оло байрамына килгән сит ил вәкилдәре лә ҡушылды.
Унан ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылына, Үҙәк диниә назаратының тәүге мөфтөйө Мөхәмәтйән Хөсәйеновтың ҡәберенә зыярат ҡылырға юлланды.
Ошо уҡ көндә баш ҡалабыҙҙа Бөтә Рәсәй Ислам дин әһелдәренең белемен камиллаштырыу үҙәге асылды. Унда округтың барлыҡ төбәктәренең имамдары һәм мосолман ойошмалары хеҙмәткәрҙәре әҙерлек үтә аласаҡ.
Байрам саралары иртәгәгә ҡәҙәр дауам итәсәк.