Буйҙаҡтар ниңә һимермәй?30.12.2011
Буйҙаҡтар ниңә һимермәй?Барлыҡ һимеҙҙәргә: “Айырыл!” — тип әйтергә һис кенә лә йыйынмайбыҙ. Ә бына туҡланыу буйынса белгес Пенни Гордон-Ларсенды (АҠШ) туйға тиклем һомғол һәм нескә биллеләрҙең ни өсөн ғаилә ҡорғандан һуң бер нисә йыл үтеүгә ҡалынайып китеүе ҡыҙыҡһындырған.
30 йәшкә тиклемге йәштәрҙең байтағы — никахта торғандары ла, яңғыҙаҡтары ла — күҙгә күренеп һимерә. Биш йылға уртаса 7—13 килограмға арталар. Шулай ҙа өйләнешкән йәштәр буйҙаҡ тиҫтерҙәренә ҡарағанда өс-биш килограмға ауырыраҡ тарта, тип иҫәпләй доктор Гордон-Ларсен.
Туйға тиклем осрашып, дуҫлашып йөрөгәндә уларҙың зифа буйлы, нескә билле булып ҡалыуы өсөн сәбәп байтаҡ. Өйләнмәгән йәштәр йышыраҡ хәрәкәтләнә, телевизор ҡарап аҙыраҡ ултыра һәм башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн тырыша. Бынан тыш, никах балдағы кейгән ир-аттың тәмлерәк һәм йышыраҡ ашай башлауын да иҫәпкә алырға кәрәк.


Вернуться назад