Ҡеүәтле етештереү базаһы — уңыш нигеҙе19.10.2013
Ҡеүәтле етештереү базаһы — уңыш нигеҙе"Башкиравтодор" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тармағында эшләүсе предприятиелар араһында иң олпаты һәм тотороҡлоһо — Саҡмағош юл ремонт-төҙөлөш идаралығы. Бөгөн һүҙебеҙ — уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында.

Саҡмағош районының юл хеҙмәте тарихы уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан башлана. Шул осорҙан алып ҙур тәжрибә һәм оҫталыҡ туплана. Бөгөн иһә идаралыҡ республиканың техник яҡтан тулыһынса йыһазландырылған алдынғы ойошмаһына әйләнде. Уларҙың эшмәкәрлеге райондың юлдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү менән генә сикләнмәй. Көндән-көн яңы юлдар, күперҙәр һалына, төрлө предприятие һәм социаль объект биләмәләре төҙөкләндерелә.
Предприятие йыл һайын 120 миллион һум тирәһе аҡса үҙләштерә. Шул суммаға биләмәләрендә Хөкүмәт заказын башҡаралар — автомобиль юлдары һалына, ремонтлана һәм хеҙмәтләндерелә. Әлеге ваҡытта саҡмағоштар 416 километр самаһы юлды, 34 күперҙе һәм 300-ҙән ашыу һыу үткәреү торбаһын хеҙмәтләндерә.
Быйыл туғыҙ айҙа идаралыҡ 96 миллион һумлыҡ эш башҡарған. Мәҫәлән, Кушнаренко — Саҡмағош — Баҡалы, Саҡмағош — Дүртөйлө, Шаран — Яңы Балтас — Андреевка юлдары ремонтланған.
Идаралыҡтың ҡеүәтле етештереү базаһы бурыстарҙы сифатлы һәм үҙ ваҡытында үтәүгә булышлыҡ итә. Предприятиеның ике асфальт бутаусы ҡулайламаһы, автоүлсәгес хужалығы һәм аттестациялы лабораторияһы булған үҙ асфальт-бетон заводы эштә ныҡ ярҙам итә. ДС-158, ДС-117-2К ҡулайламалары һәм битум һаҡлағыс тулыһынса компьютерлаштырылған. Быларҙың барыһы ла эште тиҙләтә, хеҙмәткәрҙәргә еңеллек килтерә.
Йәмғиәттең уңышлы һәм алдынғы эшмәкәрлеген, әлбиттә, егәрле, уңған коллективы һәм етәкселек тәьмин итә. Бөгөн бында атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәр, ысын профессионалдар эшләй. Саҡмағош юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Риф Хәбибрахман улы Мусин — Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Бөтмәҫ энергияһын, булдыҡлылығын, ойоштороу талантын иҫәпкә алып, уны 1993 йылда уҡ ошо вазифаға тәғәйенләйҙәр. Һәм бына инде 20 йыл ул коллективҡа уңышлы етәкселек итә, янында оҫта кешеләрҙе туплай.
Һис шикһеҙ, предприятиеның өлгәшкән уңыштары — юлсыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәт емеше. Был кешеләр, көйһөҙ һауа шарттарына һәм йыл миҙгеленә ҡарап тормай, юлдар һәм инженер ҡоролмалары яҡшы, төҙөк хәлдә булһын һәм заман талаптарына яуап бирһен тип тырыша. Бөгөн бында 80-дән ашыу кеше эшләй: юғары класлы белгестәр, күптәре хеҙмәтенә 20-30 йыл ғүмерен арнаған. Улар — республиканың атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәрҙәре, водителдәр Ф. Бәхтегәрәев менән И. Әғзәмов, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, юл мастеры А. Нәбиуллин, СТС-тың почетлы хеҙмәткәрҙәре Г. Капитонов, А. Мостафин. Йәш белгестәр ҙә коллегаларынан ҡалышмай. Водителдәр А. Хәбибуллин, А. Әхмәҙуллин, И. Солтанов, И. Латипов, механизаторҙар Р. Кирәев, Р. Хисамов, Р. Вәлиуллин, Ф. Фәтхетдиновтарҙың исемдәрен дә телгә алыу фарыз.
Коллектив оҙаҡ йылдар юл хеҙмәтендә эшләгән ветерандарҙы ла онотмай. Йыл һайын Еңеү, Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөндә, юбилей байрамдарында уларҙы хөрмәтләп иҫкә алалар, байрам тантаналары үткәрәләр, бүләктәр тапшыралар.
Хеҙмәткәрҙәрҙе һөҙөмтәле, ә иң мөһиме, хәүефһеҙ хеҙмәт менән тәьмин итеү һәм ялдарын ойоштороу өсөн шарттар булдырылған. Ял өсөн ҡулайлаштырылған бүлмәләр бар. Эш урынында йылы аш менән дә тәьмин ителәләр. Предприятие етәкселеге социаль мәсьәләләргә лә ҙур иғтибар бүлә. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына республика шифаханалары һәм ял йорттарына ташламалы юлламалар бирелә. Шәхси йорт төҙөүселәргә ярҙам күрһәтелә, уларға төҙөлөш материалдары бүленә. Ошондай социаль ярҙам булыу сәбәпле, һәр кем эш урынының ҡәҙерен белә.
Предприятие алдына ҙур маҡсаттар һәм бурыстар ҡуйып йәшәй. Яҡын арала Шишмә — Языково — Саҡмағош автомобиль юлын капиталь ремонтлау бурысы тора. Ә Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә "Башкиравтодор" йәмғиәтендә эшләгән барлыҡ коллегаларын һөнәри байрамдары менән ҡотлайҙар.


Вернуться назад