Ышанһаң — ышан...30.12.2011
Күкрәк һөтөн имеҙеү малайҙарҙың интеллектын күтәрә, әммә ҡыҙҙарҙың аҡыл һәләтенә йоғонто яһамай икән. Австралия белгестәренең бер төркөмө ошондай һығымта яһаған.
Тикшеренеүселәр күкрәк һөтө имгән 2868 сабый миҫалындағы мәғлүмәтте өйрәнгән. Уларға 10 йәш тулғас, ғалимдар 1038 уҡыусының математика, уҡыу һәм матур яҙыу буйынса өлгәшен анализлаған.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, алты ай самаһы күкрәк һөтө имгән малайҙар әлеге фәндәр буйынса бындай туҡланыуҙан мәхрүм ителгән тиҫтерҙәренә ҡарағанда һәйбәтерәк өлгәш күрһәткән. Математика буйынса айырма 9, матур яҙыу буйынса — 7, уҡыу буйынса 6 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта ғалимдар күкрәк һөтө менән туҡланыуҙың ҡыҙҙарҙың аҡыл һәләтенә йоғонто яһауына дәлилдәр тапмаған.


Вернуться назад