Вәлидигә яла яҡмағыҙ!18.10.2013
Ҡулыма “Башҡортостан коммунисы” гәзитенең быйылғы июнь һаны килеп эләкте. Унда Коммунистар партияһы ағзаһы Мадриль Ғәфүровтың “Урамға Фрунзе исемен ҡайтарырға!” тигән мәҡәләһе баҫылғайны.
Шуны һәм башҡа хәбәрҙәрҙе уҡып асыуым килде, сөнки ул республикабыҙ автономияһы өсөн көрәшкән башҡорт улы Әхмәтзәки Вәлидигә ҡарата бик мыҫҡыллы һүҙҙәр ташлай. Уны “Совет власының дошманы, ҡанлы басмач, Гитлер “эйәрсене” тип атай.
Мадриль Ғәфүров республиканың элекке етәксеһен дә хурлап яҙғайны. Ниңәлер, уныңса, башҡорт башлыҡтары йүнһеҙ булып сыға. Ә бит заманында, Күгәрсен районынан депутатлыҡҡа дәғүә иткәнендә, миңә “әсәйем – башҡорт”, тигәйне!
Бындай юлдарҙы яҙыусы кешеләр халҡыбыҙҙың тарихын белмәйҙер, күрәһең. Ул әҙәмдәргә, кешегә соҡор ҡаҙыма, үҙең төшөрһөң, тип яуап бирге килә.