Хәйбулла районының Бәләкәй Әбеш ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәүсе тормош иптәшем, атайыбыҙ Мирсәйет Ғүмәр улы ЮНЫСОВты алтын юбилейы – 50 йәшлек күркәм байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙгә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, йән тыныслығы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә лә кешелекле, йомарт, ярҙамсыл, изге күңелле, беҙгә терәк-таяныс булып, оҙаҡ йәшәргә насип итһен.
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап
туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы
сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Зәлифә,
улдарың Айҙар, Рөстәм.