Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында гәзитебеҙҙең үҙ аллеяһын булдырыу теләге менән күптән яна инек. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында был сара кисектерелә килде. Һауа торошо ла ҡыуандырмай: бер көндә ямғыр ҡойһа, иртәгеһенә ҡар йә борсаҡ яуа. Шулай ҙа тәбиғәттең һәр миҙгеле матур, ҡар ятмаҫ элек ағасты ултыртып ҡалырға кәрәк тип, тәүәккәлләргә булдыҡ. Беҙҙең теләкте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте лә дәррәү күтәреп алды. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тип юлға сыҡтыҡ.
Ағас ултыртыу — сауаплы эш. Шуғалыр ҙа ай буйы яуған ямғыр туҡтаны, хатта болоттар артынан ҡояш йылмайып ебәрҙе. Ҡырмыҫҡалы менән Өфө араһы — бер сәғәтлек юл. Ибраһим ауылына “һә” тигәнсә барып еттек. Ауыл эргәһендә генә “Виктория” балалар лагеры урынлашҡан. Бында беҙҙе Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илмира Ғәлиәхмәтова, Ибраһим ауылы уҡыусылары һәм уҡытыусылар көтә ине инде. Әйткәндәй, ауылда мәктәп юҡ, шуға ла егерменән ашыу бала биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Һәүәләйгә йөрөп уҡый икән.
Беҙҙең маҡсат — илле төп миләш һәм саған ултыртыу. Өй эргәһендәге миләш сир-сырхауҙан, сихыр-зәхмәттән һаҡлар, тигән боронғолар. Саған да юҡҡа һайланмаған. Уның янғындан, дауылдан һаҡлауына ышана халыҡ, кеше организмына ыңғай тәьҫире иһә белгестәр тарафынан күптән тикшерелгән һәм иҫбатланған. Белмәмеш булып: “Ниңә миләш ултыртабыҙ икән?” – тип һораған булам. Балалар бер тауыштан: “Ҡоштарға аҙыҡ булыр. Бында төрлө-төрлө матур ҡоштар осоп килә”, – ти.
Тирә-яғы урман менән уратып алынһа ла, ҡояштан ышыҡ булырҙай ағастар ҡартайған икән. Ибраһим ауылы балаларының күбеһе был лагерҙа бер нисә
тапҡыр ял иткән. Нәфисә Мирхәйҙәрова, Алина Ялсина, Айнур Сафиуллиндар бер тауыштан лагерҙы маҡтай. “Йәйгеһен бында күңелле. Рәхәтләнеп ҡыҙынабыҙ, һыу төшәбеҙ, балыҡ тотабыҙ. Икенсе йыл килһәк, әле ултыртҡан ағастарға күҙ һалып торорбоҙ. Төптәрен йомшартып, һыу ҡойорбоҙ”, – тип вәғәҙә бирҙе балалар.
Йыл һайын “Виктория”ла 450-гә яҡын бала һаулығын нығытып, яңы уҡыу йылына көс туплай. Ысынлап та, бындағы тәбиғәттең гүзәллеге һоҡландыра. Ҡыҙылғы күленә ҡыҙыҡтыҡ. Уның оҙонлоғо дүрт километр тирәһе. Йәйгеһен был урын, ысынлап та, ожмах мөйөшөн хәтерләтәлер.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Марат Вәкиловтың эргәһенән малай-шалай өҙөлмәй, сөнки юғары вазифалы ағайҙары ағас ултыртыу рәтен дә аңлатып бирҙе, һүҙ ыңғайы мәрәкәләп тә алды. Уйын-көлкөгә үрелеп барған эш йәһәт тамамланды. Ағас ултыртылды, ә беҙҙең таралышҡы килмәй. Балалар менән шундай күңелле ял минуттары үткәргәнбеҙ. Уларҙың дәрте, сәме менән һуғарылдыҡ.
— Быйыл байтаҡ экологик сарала ҡатнаштым. Ирмен тигән ир кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, малай үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш, тиҙәр. Өй һалдым, быйыл ғына утыҙ төптән ашыу ағас ултырттым. Ә бына малайлы булып булманы әлегә. Яңыраҡ ҡыҙым Фатима тыуҙы, – тип һөйләй бәхетле өс ҡыҙ атаһы Илдар Аҡъюлов.
— Ошондай осрашыуҙарҙа балалар менән аралашыу – үҙе бер бәхет, – тип һүҙгә ҡушыла хеҙмәттәшебеҙ Венер Исхаҡов. — Уларҙы нимә ҡыҙыҡһындыра, нимә борсой, ниндәй маҡсат менән яналар икәнен беләһең. Дәртләнеп бергә эшләү — үҙенә күрә бер үрнәк тә, тәжрибә лә. Иҫтәлеккә ултыртылған миләштәр гөрләп үҫеп китер, япраҡ ярыр, тәлгәшләнер. Шуныһы менән ҡәҙерле лә инде бындай саралар.
Артабан юлыбыҙ Бишауыл-Уңғар мәктәбенә төштө. Бында беҙҙең гәзиттең күптәнге авторы, тоғро дуҫыбыҙ Рим Исхаҡов эшләй. Тиҫтәгә яҡын журналисҡа ҡанат ҡуйған, үҙ эшен яратып башҡарған уҡытыусы ул. Мәктәп директоры Ильяс Вәлиев тә беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Әлбиттә, балалар әлегә “Йәншишмә”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” кеүек баҫмаларҙы яратып уҡый. Ҡасандыр “Йәншишмә”лә эшләгән Венер Исхаҡов, Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова менән осрашыу улар өсөн ҡыҙыҡлы булды. Был уҡыусыларҙың да, үҫкәс, ата-әсәләре һымаҡ, “Башҡортостан”дың тоғро дуҫтарына әүерелеүҙәренә өмөтләнәбеҙ.
Яҙғыһын был тарафтарға тағы ла юлланырбыҙ, беҙ ултыртҡан ағастарҙың хәлен белербеҙ әле!