Шишмә — йәшәү сығанағы18.10.2013
Шишмә — йәшәү сығанағыШишмәләр... Улар тураһында күпме легенда, күпме йыр яҙылған. Һыуһыҙ ауыл юҡтыр ул, моғайын.

Арыған юлсылар ҙа шишмәләрҙең шифалы һыуын эсеп, хәл алып, сәфәрен дауам итә. Шулай, Усман-Ташлы ауылынан үткәндә, бындағы һыу сығанаҡтарына иғтибар иттем. Иң тәүҙә Йылға урамында урынлашҡан шишмәгә күҙ һалдым. Бында 77 йәшлек Мөьминә апай Миңнуллина менән һөйләшеп торҙоҡ. Ул ошо бәрәкәтле ерҙә тыуып үҫкән, ошонда ғүмер иткән. Өлгөлө ғаилә хужабикәһе.
– Был шишмәгә элек ярты ауыл халҡы йөрөй ине, – тип һөйләй хеҙмәт ветераны. – Һыуы ла шәп аҡты. Эргәлә йылға булмағас, керҙе төндәрен бағаналағы электр лампочкаһы яҡтылығында йыуа торғайныҡ. Әле был шишмә тимер ҡойма менән уратылған.
Юл ыңғайына Иҫке Шах ауылындағы бер шишмәгә лә һуғылдыҡ. Уны ҡасандыр агроном булып эшләгән Ғиләжетдин Шиһабетдинов үҙ иҫәбенә төҙөкләндергән. Эшселәрен дә, торбаларын да үҙе хәстәрләгән. Совет заманында «Шишмә» программаһы була торғайны. Ауылдарҙа иһә улар урман хужалығы һәм ауыл Советы менән берлектә төҙөкләндерелде. Ә бөгөн шишмәләргә ҡараш ниндәй? Һүҙ ҙә юҡ, ҡайһы бер ауылдарҙа зауыҡ менән төҙөкләндерелгәндәре бар. Был эште ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ә бит булғанына әһәмиәт бирмәүселәр, хатта юл буйында ҡуйылған ял итеү өсөн яһалған махсус урындарҙы яндырып китеүселәр ҙә осрай. Быныһы инде — вәхшилек, тәрбиәһеҙлек.
Бөгөн күпселек шишмәләр иғтибарһыҙ ҡалған. Беседкалар, ихаталар тирә-яғы сүп-сар, төрлө шешә, ҡағыҙ киҫәктәре менән тулы. Тәбиғәт ҡосағында хозурланып ял иткән өсөн рәхмәт билдәһе ошомо икән? Шишмә бит – йәшәү сығанағы. Ысынлап та, беҙ эсер һыуһыҙ бер көн йәшәй алмайбыҙ.
Шишмә – изге урын. Йәш килендәрҙе элек-электән «һыу юлы башларға» шунда алып килгәндәр. Был йола күпселек ауылдарҙа йәшәй әле. Ғөмүмән, тәбиғәткә, шишмәгә мөхәббәт мәктәп тупһаһынан башланһын, уларға булған ҡараш иғтибар үҙәгендә булһын ине.


Вернуться назад