Тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы саф шишмәләр! Нисәмә быуат инде улар ер ҡуйынынан урғылып сыға ла, бар тәбиғәткә йәшәү көсө, ғүмер бүләк итеп, сылтыр-сылтыр аға ла аға. Ер йөҙөндә күпме тереклек бар — улар иң элек һыуға бурыслы.
Боронғо ата-бабаларыбыҙ шишмәләрҙең илаһи көс-ҡөҙрәткә эйә икәнлеген яҡшы белгән. Шуға күрә лә, төпләнер урын һайлағанда, тәү сиратта яҡын-тирәлә һыу сығанағы барлығына иғтибар иткәндәр.
Илеш ерендә лә шишмә, ҡойолар бихисап. Ауылыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте менән ғорурланырлыҡ, ләкин йылдан-йыл йылға-күлдәребеҙ, урман-ҡырҙарыбыҙ, шишмәләребеҙ тураһында ҡайғыртыусыларҙың кәмеүе сер түгел. Шуға ла Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан районыбыҙҙа “Иң төҙөк шишмә-2013” конкурсы иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты — тарихи мираҫты тергеҙеү, киләсәк быуынға тирә-яғыбыҙҙың гүзәллеге, таҙалығының үҙебеҙҙән тороуын аңлатыу.
Әйткәндәй, сарала күп ауылдар әүҙем ҡатнашты. Халыҡтың тырышлығы, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәте күренеп тора. Шишмәләрҙең тирә-яғы төҙөкләндерелгән. Уларға ниндәй генә исемдәр бирелмәгән! Әйтәйек, Дөмәй ауылында “Сауҡа” шишмәһе, Үрмәт ауылында — “Оло шишмә”, Исәмәттә — “Әбейҙәр”, Бишҡурайҙа — “Ғәҙелән”. Билдәле, ул исемдәрҙең һәр береһенең үҙ мәғәнәһе, үҙенә генә хас тарихы бар. Мәҫәлән, конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды алған Аҡкүҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Шәммәт ауылындағы “Әнсәф” шишмәһе Афғанстанда изге бурысын үтәгәндә һәләк булған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән Әнсәф Нуретдиновтың иҫтәлегенә аталған.
Ошондай конкурстар үткәреү — районыбыҙ өсөн бик әһәмиәтле сара, сөнки нисәмә быуынды шифалы һыуы менән ҡыуандырған шишмәләребеҙ бындай ҙурлау-хөрмәтләүгә күптән лайыҡ.