Тик ятҡандан һаулыҡ та “мүкләнә”30.12.2011
Тик ятҡандан һаулыҡ та “мүкләнә”Яңы йыл каникулында ял итеүҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Йомшаҡ кәнәфигә ултырып телевизор ҡарауҙы йәки яҡындарығыҙ менән сәғәттәр буйы табында ултырыуҙы ял тип иҫәпләйһегеҙ икән, шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: бындай ял организм өсөн файҙаһыҙ. Сарыф ителгән көстө кире ҡайтарыу һәм эшләү һәләтен арттырыу өсөн һәйбәт ял итеү зарур. Эштән һуң арыу-талыуҙан арыныу өсөн буш ваҡытты нисек дөрөҫ файҙаланырға һуң?
ХIХ быуатта уҡ ғалим-физиолог И.М. Сеченов организм тыныс хәлдә булғанда түгел, ә эшмәкәрлек төрөн алмаштырғанда талсығыуҙың тиҙерәк юҡҡа сығыуын иҫбатлаған. Бөйөк ғалим эш барышында бер төрлө мускулдарҙың һәм уларҙы көйләүсе нервы үҙәктәренең эшмәкәрлеге икенселәренә йылдам күсһә, арыған мускул сүстәре лә эшкә һәләтен тиҙерәк ҡайтарыуын әйткән. Ошондай физиологик процестар әүҙем ялдың организмға файҙаһы хаҡында һөйләй.
Эштән һуң башҡа төр шөғөлдәргә тотоноу ҙа яҡшы. Физик хеҙмәттән һуң өйҙә аҡылға нигеҙләнгән эш башҡарығыҙ. Әммә был хәрәкәт итеүҙе сикләп, әүҙем ял хаҡында оноторға кәрәк тигәнде аңлатмай. Көнө буйы көс түгеп ҡайтҡас, бер аҙ тыныс ҡына ултырып йәки ятып торорға мөмкин. Ләкин кис буйы хәрәкәтһеҙ ҡалмағыҙ — бындай ялдың һөҙөмтәһе булмаҫ. Мәҫәлән, йорт эштәренә тотоноғоҙ йәки ниндәй ҙә булһа спорт секцияһына барығыҙ. Иң мөһиме — физик күнекмәләр мәлендә көн буйы хәрәкәтһеҙ ҡалған мускулдар ҡуҙғалһын. Шул уҡ ваҡытта талсыҡҡан мускул сүстәренә ҙур баҫым яһалмаҫҡа тейеш. Күнекмә ваҡытында организмығыҙҙың ныҡ ҡына арыуын тойһағыҙ, саф һауала йөрөп килергә мөмкин. Был да талсығыуҙан арынырға булышлыҡ итәсәк. Тәбиғәттә булыу нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡанды кислород менән байыта һәм йоҡо ла тыныс буласаҡ.
Ябыҡ бинала эшләһәгеҙ йәки көнөгөҙ компьютерға бәйле үтә икән, физик хеҙмәт — иң яҡшыһы. Ҡайҙалыр барырға теләмәһәгеҙ, өйҙә лә шөғөл табырға була. Ялҡауланмай, спорт секцияһына яҙылырға ла мөмкин. Тик күнекмәләр ваҡытын иҫәпкә алыу зарур. Кис улар сәғәт һигеҙҙән дә һуңға ҡалмаҫҡа, йәғни йоҡларҙан 2-3 сәғәт алдараҡ тамамланырға тейеш, юғиһә организм ҡуҙғыясаҡ һәм “әүен баҙары”на китә алмай яфаланырһығыҙ. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр физик күнекмәләр яһауҙың сәләмәтлек өсөн файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Бындай ял һеҙгә күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф һәм көс-дәрт бүләк итәсәк.


Вернуться назад