Өс ҡыҙға – ике егет. Кемеһе артыҡ?18.10.2013
Башҡортостанда 16 – 59 йәшлек 1000 ир-атҡа 1069 ҡатын-ҡыҙ тура килә. Йәмғиәтебеҙҙә көслө зат вәкилдәренең гел әҙерәк булыуы бер кемгә лә сер түгел. Тыуған саҡта малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк булһа ла, аҙаҡ төрлө сәбәп арҡаһында был нисбәт үҙгәрә төшә. Ғүмер оҙонлоғо ла айырыла: гүзәл зат уртаса 75,2 йәшкә етһә, ирҙәр – 63,1-гә генә.

Әгәр элегерәк һәр ҡыҙ тиерлек кейәүгә сығыу яйын табып, бер-ике егет кенә утыҙҙан уҙып буйҙаҡ йөрөһә, хәҙер тегеләре лә, былары ла ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Сәбәптәре күп: уҡып бөтөп, һөнәр алайым, яҡшы эшкә урынлашайым, фатир-машина йүнләйем... Ғәҙәттә, көслө зат шулай уйлаһа, гүзәлкәйҙәр “иртә сығып кем уңған”, “байырағын эҙләйем”, “йүнлерәген күҙләйем” тип аҡлана. Һөҙөмтәлә утыҙҙы уҙғас та һәйбәт кәләш табыу мөмкинлеге юғары ҡалһа ла, арыу кейәүгә тап булыу ихтималлығы күпкә кәмей. Мәҫәлән, Өфөлә былай ҙа ике яңғыҙ егеткә – өс ҡыҙ. Быға өҫтәп, башҡорт ҡыҙҙарының ҡырыҫлығы арҡаһында йыш ҡына башҡа милләт ҡатын-ҡыҙы янында еңелеүсе ҡиәфәтендә ҡалыуы ла билдәле.
Шуға ла һуңғы осорҙа бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл барлыҡҡа килде. Һуңлап барғанын аңлаған ҡатын-ҡыҙ, әгәр үҙенең ныҡлы инанғанлығы арҡаһында ғына яңғыҙлыҡты һайламаһа, әүҙем рәүештә пар эҙләй башлай. Был теләк насар түгел инде ул, тиерһегеҙ. Эйе, тормошта һәр кем, һәр нәмә парлы булырға тейеш. Тәбиғәт ҡануны шундай. Әммә ҡайһы берҙә ошо изге ниәт олоғайып барған ҡыҙ-ҡырҡындың “өлөшөнә төшкән көмөшөнә” ысын мәғәнәһендә һунар асыу рәүешен ала. Әгәр “ҡош” лайыҡлы икән, уның ҡатыны ла, балаһы ла кәртә булмай. Быныһы инде – тотош оло фажиғә.
Фәһем, ғибрәт алырға теләүселәргә түбәндә ошо темаға замана әкиәтен тәҡдим итәм.
...Борон-борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә ҙур ҡалала коммуналь фатирҙа алты күрше көн күргән, ти. Алты бүлмәнең икәүһендә башҡорттар йәшәгән. Береһе балалы йәш ғаилә булһа, икенсеһе – яңғыҙ ҡатын. Нилектәндер инде, яңғыҙаҡ тап бына ошо ғаилә хужаһына “ҡармаҡ” һала. Уның алдында ҡыҫҡа ғына итәктә өйөрөлөп-сөйөрөлһөнмө, ҡылансыҡланып һүҙ ҡатһынмы, йыуылған селтәрле эске кейемен коридорға элеп ҡуйһынмы...
Ир ҡатыны тәүҙә быны күрмәмешкә һалыша, тешен ҡыҫып түҙә. Әммә тиҙҙән ыҙғышҡа инергә мәжбүр була. Сөнки хатта күрше йәшәүсе йәп-йәш студент ҡыҙ ҙа: “Апай, ни өсөн бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ ул? Ирегеҙҙе һалдырып ала бит тиҙҙән”, – тип ысҡындыра.
Ике ҡатын араһында талаш-тартыш башлана. Ғаиләлә лә көн дә илаш-ҡысҡырыш. Кәләшенең был “өсмөйөш”кә нөктә ҡуйыуын ялбарып үтенеүҙәренә ҡолаҡ та һалмай ир. Ул ни, солтан кеүек, был хәлдән кинәнес таба, мәртәбәһе үҫеп киткәндәй тойола. Шулай булмай, һинең өсөн ике кеше көрәшһен әле! Ә бер көн бахыр ҡатындың түҙемлеге шартлап һына. Ара боҙоусы яуыз: “Ирең эштән ҡайтһын әле, ошаҡлап, туҡматам мин һине!” – ти.
Хәл бигерәк етдигә боролош алған түгелме? Ысынлап та, тиҙҙән бала атайһыҙ ҡалмаҫ, тимә... Ныҡлап һөйләшеүҙе талап иткән кәләшенә ярһыған ир ҡул күтәрә. Бисараға сабыйын алып сығып китергә генә ҡала. Ун биш көндән ир тәүбәгә килеп, шылтырата, ҡайтыуын үтенә башлай. Ҡайтмаҫҡа ла булып бөткән ҡатын үҙенең икенсегә йөклө икәнен белә. Ни эшләһен – ҡайта, ғаиләһен һаҡлап ҡалырға ҡарар итә. Етмәһә, ир ҙә ипкә килгәндәй була. Шулай ҙа, бәләнән баш-аяҡ тип, уны Себергә эшкә ебәрә: йөрөһә лә, шунда йөрөһөн, тик күҙ алдында түгел.
Күршеләге “һунарсы” көндәшенең ауырлы икәнен күреп ҡалғас ҡына уйынан сигенә. Ике балалы ир ғаиләһен ҡалдырып китмәҫ тигәндер, моғайын. Ә был кәмһетелгән ҡатын, башын юғары күтәреп, һыр бирмәй йәшәргә ҡарар итә: ике бала тәрбиәләй, кистәрен уҡып, машина йөрөтөү хоҡуғына эйә була, бығаса алған ике һөнәре өҫтөнә йәнә берәүҙе үҙләштерә. Әле ғаилә һәүетемсә генә йәшәп ята, ти.
Был күренеш ярайһы уҡ киң таралған. Ошоға оҡшаш миҫалдар етерлек. Бәхет өсөн көрәшергә кәрәк, әммә кешенекен емереп, барыбер үҙеңдекен төҙөп булмай. Кем әйтмешләй, аҡыллыға – ишара.


Вернуться назад