Тормош һөйөү менән яҡты18.10.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Һәр эшкә: “Бөйөк рәхмәт үә шәфҡәт эйәһе Аллаһтың исем-шәрифе менән башлайым”, — тип тотонабыҙ. Хоҙай Тәғәлә үҙендәге ошо рәхимлелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы йән эйәләренә бүлеп биргән. Араларында иң бөйөгө — һөйөү. Бөтөн күркәм һыҙаттарҙың, тойғоларҙың инеш башы, сығанағы ул.
Һөйөү шул тиклем күп тармаҡлы. Иң тәүҙә тыуған еребеҙҙе яратырға тейешбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Ватанды һөйөү — имандың бер өлөшө”, — тигән икән, илебеҙҙең, төйәгебеҙҙең бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртырға, үҫешен хәстәрләргә, алға барһын өсөн барлыҡ көсөбөҙҙө һалырға бурыслыбыҙ. Ә бының нигеҙендә, әлбиттә, һөйөү ята. Ватаныбыҙҙы яратабыҙ икән, иншаллаһ, уның яҡты киләсәгенә ышаныс ҙур.
Һөйөү — әҙәбиәттең, шиғриәттең шиңмәҫ шишмәһе. Әҙәм балаһы әҫәрҙәрҙең тәьҫирендә мәңгелек тойғоноң көсөнә инанып үҫә, уны шул юғарылыҡта, бөтөн килеш һаҡларға, дауам итергә ынтыла.
Һөйөү — Аллаһ Тәғәләнең барлығының билгеһе ул. Тормош шул көс менән алға бара. Уның төп нигеҙе — һөйөүҙән яралған ғаилә. Дуҫлыҡ та яратыу, яҡын күреү тойғоһонан ярала. Хатта ки тәбиғәттә күңелгә аһәң табабыҙ икән, был да һөйөүгә бәйле. Әйтәйек, тыуған ауылыбыҙға ҡайтҡан ваҡытта бала саҡтан яратҡан шишмәбеҙгә барабыҙ, тауға менеп, тирә-яҡҡа күҙ һалабыҙ, ғәйәт яҡын, ҡәҙерле төйәгебеҙҙән күңелебеҙгә сикһеҙ көс-дәрт алабыҙ.
Әҙәм балалары бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш. Шулай икән, иншаллаһ, тормош алға барыр, башҡарған эш татлы емешен бирер. Әгәр инде кешеләр араһында һалҡынлыҡ барлыҡҡа килһә, күркәм мөнәсәбәт юғалһа донъя усағы быҫҡып һүнә, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмай.
Халҡыбыҙҙың “Йылы һүҙ — йән аҙығы” тигән мәҡәле ҙур мәғәнәгә эйә: әҙәм балалары бер-береһенә күркәм хис-тойғоһон белдереп йәшәргә тейеш. Усаҡҡа утын өҫтәп тормаһаң, ут аҙ ғына яна ла һүнә бит, шуның шикелле, тормош та яғымлы ҡараштан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән, тимәк, һөйөүҙән яҡтыра. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Яҡын күргән, яратҡан кешегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, — тигән икән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бер-беребеҙгә күркәм тойғоларыбыҙҙы еткереп, ярҙам итешеп, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашып йәшәйек.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының күңелен киң итеп яратҡан. Уға туғандарыбыҙға, ғаиләбеҙгә, балаларыбыҙға, илебеҙгә, тәбиғәткә, ғөмүмән, бөтөн тереклеккә булған һөйөү һыя. Шул уҡ ваҡытта беҙҙе юҡтан бар иткән, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ниғмәтен биргән Аллаһ Тәғәләнең үҙенә яратыуыбыҙҙы белдереп торорға, был тәрбиәне балаларыбыҙға ла һалырға тейешбеҙ. Шулай икән, иншаллаһ, тормошобоҙ бөтөн, яҡты, бәрәкәтле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.