Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында яҡындан белгән һайын уларҙың рух ныҡлығына, милләт тип яныуҙарына һоҡланып ҡуяһың. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙың ташландыҡҡа әйләнә барыуы, бигерәк тә башҡорт ауылдарының юҡҡа сығыуы кеүек кире күренештәр һәр төбәктә күҙәтелһә лә, тыуған нигеҙен ҡоротмай, уны һаҡларға тырышыусы кешеләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы Ырымбур өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Күрше өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың туған телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлауында хәйбуллаларҙың өлөшө ҙур. Район ҡоролтайы ағзалары үҙ башланғысы менән күршеләренә рухи аҙыҡ тарата, уларҙың милли үҙаңын һаҡлауҙа ярҙамлаша. Башҡорт ғаиләһендә тыуып та башҡорт булып йәшәүҙән мәхрүм булған ҡәрҙәштәребеҙҙең күбеһе бындай осрашыуҙарға зар-интизар.
Былтыр дуҫлыҡ сәфәре Гай районының Яңы Воронеж ауылына, Орск ҡалаһына, Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауылына ойошторолһа, күптән түгел
хәйбуллалар Гай районының Ишбирҙе ауылына юл алды. Миңә лә матур сарала ҡатнашыу бәхете тәтене.
Ырымбурҙың ИшбирҙеһеИшбирҙе атамаһы Башҡортостандың бер нисә районында осрай, шуға күрә юлдаштарыбыҙ менән Ырымбур өлкәһендәге был ауылдың улар менән уртаҡлығы бармы-юҡмы икәнлеге хаҡында үҙ-ара ҡыҙыу бәхәсләшеп тә алдыҡ. Әммә бәхәстең урынһыҙ икәнлеген аңлатҡандай, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Хәлил Ибраһимов барасаҡ ауылдың тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Бер заман Үҫәргән ырыуы кешеһе Ишбирҙегә Рәсәй батшаһы яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн ер бирә. Уҙаман өйөр-өйөр йылҡы тота. Бер ваҡыт уның тибендә йөрөгән ат көтөүе юҡҡа сыға. Малын эҙләп барғанда хужа йылҡылары йөрөгөн ерҙең матурлығын күреп хайран ҡала. Бер яҡтан тауҙар, икенсе яҡтан урмандар уратып алған урынға нигеҙ ҡороп, шунда төпләнә. Ауылды уның хөрмәтенә Ишбирҙе тип атайҙар.
Ара йыраҡ булһа ла, барыбыҙҙың да күңеле күтәренке. Юлда осраған ер-һыу атамаларына күҙ һалабыҙ. Һәммәһенең дә исемдәре беҙҙеңсә. Ысынлап та, был ерҙәрҙә ҡасандыр башҡорттар йәшәгәнлеге хаҡында бәхәсләшеү урынһыҙ. Тик бөгөн аҫаба ерҙәребеҙҙә кемдәр көн итә? Милләттәштәребеҙҙең хәле нисек? Беҙҙе нисек ҡаршы алырҙар? Башҡорт телен һаҡлай алғандармы?
Тәүәккәллек өсөн “бишле” ҡуйырлыҡБер аҙ һуңлабыраҡ килһәк тә, беҙҙе әллә ҡайҙан сәләмләп ҡаршы алыусы Ишбирҙе ауылы халҡын күргәс, бер аҙ аптырап ҡалдыҡ. Әйткәндәй, араларында Гай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары Ольга Наумова, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, урындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рифус Ҡоҙашев бар ине.
Һәр ауылдың йөрәгенә әйләнә барған, уның һулышын тәьмин иткән, киләсәктең нигеҙен тәшкил иткән мәктәп тупһаһы аша үтәбеҙ. Ғәжәпләнеүебеҙҙең иге-сиге юҡ! Уҡыусыларҙың башҡортса сәләмләүенә, күҙҙәрендә осҡон балҡыуына, ҡунаҡтарҙы Ҡаф тауы артынан килгәндәй күреп, шатланып-ҡыуанып ҡабул итеүҙәренә шаһит булып, шаҡ ҡаттыҡ. Һәр хәлдә, йөҙҙәрсә саҡрым юл үтеп, Ҡаҙағстан менән сиктәш урында, Ырымбур далаларының бер мөйөшөндә үҙ телебеҙҙә аралашҡан, һөйләшкән кешеләрҙе күреүҙән телһеҙ ҡалманыҡ, әммә тап ошо мәктәптә, Гай районының төпкөлдә урынлашҡан бер ауылында ғына, башҡорт теле уҡытылыуы, 15 кенә бала уҡыуға ҡарамаҫтан, мәктәптең күрше ауылдағы мәғариф усағының филиалы итеп үҙгәртелеп, “тулы булмаған мәктәп” исемен һаҡлап ҡала алыуы оло бер батырлыҡҡа тиң кеүек тойолдо. Башҡортостандағы күп кенә мәктәптә башҡорт теле ҡыҫҡартылыуға дусар булған осорҙа күрше өлкәлә туған тел уҡытылһын әле?! Аптыраулы ҡараштарыбыҙҙы бер-беребеҙгә ташлап та өлгөрмәнек, яныбыҙға Ольга Наумова килеп етте:
— Рәсәй мәғарифындағы үҙгәрештәргә ярашлы, Ишбирҙелә мәктәп ябылырға тейеш булһа ла, Гай районы хакимиәте менән берлектә тәбәктә башҡорт теле өйрәнелгән берҙән-бер уҡыу йортон һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Йәш быуын үҙенең үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген белеп үҫергә тейеш, шуға күрә уларҙы әсә теленән мәхрүм итеү дөрөҫ булмаҫ кеүек. Киреһенсә, был белем усағына иғтибар ҙур, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, — тине хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Ҙур урында эшләүсе бер башҡорт ағайының әйткән һүҙҙәре хәтергә төштө: “Башҡорт халҡына үҙҙәренекенән башҡа берәү ҙә ҡамасаулыҡ итмәй”. Республикабыҙҙағы әллә күпме белем усағында башҡорт теле дәрестәре ҡыҫҡартыла, мәктәптәр ябыла, йылдан-йыл башҡортса баҫылған милли матбуғатҡа яҙылыусылар кәмей, туған телебеҙгә иғтибар юҡ тип күпме ҡысҡырһаҡ та, төптән уйлап ҡарағанда, шуларҙың барыһында ла үҙебеҙ, башҡорттар, ғәйепле булып сығабыҙ түгелме һуң? Ана, Гай районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге бер ҙә аптырап тормаған, ҡанундарға ярашлы, ниндәйҙер юлын тапҡан, шулай ҙа башҡорт теле уҡытылған берҙән-бер мәктәпте һаҡлап алып ҡалған. Бына кемдәрҙән беҙгә өлгө алаһы! Юғары трибуналарҙан “Мин — башҡорт!” тип күкрәп ҡаҡмай ғына, халыҡ файҙаһы өсөн аныҡ эш күрһәтеү кәрәк.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындаМәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузилә Ирйегетова менән яҡындан танышыу теләге көслө ине. Дәрестең тамамланыуын да көтә алмайынса,
класҡа инәм. Ысынлап та, таҡтаға башҡортса һөйләмдәр яҙылған, дәреслектәр ҙә, китаптар ҙа етерлек. Уҡыусылар шартлатып башҡортса яуап бирә. Мәктәптә Даша исемле берҙән-бер урыҫ уҡыусыһы бар, уның өләсәһе үҙе килеп, ейәнсәрен башҡортса уҡытыуҙарын һорап киткән. Беренсенән алып туғыҙынсыға тиклем барлыҡ уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте өйрәтелә. Рузилә Сәлих ҡыҙы балалар яҙған иншаларҙы күрһәтте, эш серҙәре менән уртаҡлашты.
Әлбиттә, сит өлкәлә белем алған милләттәштәребеҙҙең проблемалары ла аҙ түгел. Беренсенән, уҡыу-уҡытыу программалары юҡ, дәреслектәр ҙә иҫкергән. Кабинет фәҡәт уҡытыусының көсө менән тулыһынса йыһазландырылған. Башҡорт яҙыусыларының фотоһүрәттәре, улар тураһында плакаттар бөтөнләй юҡ. Уҡыусылар үҙ телендә күберәк аралашһын, әҙәби тел нескәлектәренә, сәхнә теленә өйрәнһен тигән изге ниәттән сығып ойошторған драма түңәрәгенә балалар теләп килһә лә, улар өсөн пьесалар табыуы ҡыйын, тип зарланды уҡытыусы. Ниндәйҙер сит илдә кемдер башҡорт телен өйрәнһә, уны шаштырып маҡтарға тотонабыҙ, ярҙам күрһәтеү юлдарын да тиҙ табабыҙ. Ә сит өлкәлә үҙебеҙҙең милләттәштәребеҙ беҙҙең ярҙамға мохтаж булһа, ни өсөндөр йөҙөбөҙҙө ситкә борорға тырышабыҙ. Рузилә Ирйегетова әйтеүенсә, ошоға тиклем Башҡортостан Мәғариф министрлығының сит өлкәләр менән эшләү бүлегенән берәүҙең дә Ишбирҙе мәктәбе менән ҡыҙыҡһынғаны булмаған, төрлө ярыштарға, олимпиадаларға саҡырыусы ла, уларҙың тауышын ишетеүсе лә юҡ.
Хәйбулла районы делегацияһы составында башҡорт милли музыка ҡоралдарының барыһында ла теттереп уйнаусы, моңло тауышлы йырсының — район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәре Гөлфиә Хәләфетдинованың — булыуын ырымбурҙар оло бүләк тип ҡабул итте. Ул уҡыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралдары менән яҡындан таныштырып, төрлө көйҙәр ишеттерҙе. Уның башҡарыуында халҡыбыҙҙың оҙон һәм дәртле йырҙары тамашасыларҙың күңелен әсир итте, гармун һәм баянда башҡарылған төрлө милләт көйҙәре кисәлә ҡатнашыусыларға дәрт өҫтәне, уларҙың сарсаған күңелдәренә моң шишмәләре өләште. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып Гөлфиә апайҙарының инструменттарын тотоп ҡараны, уларҙа үҙҙәренсә көй сығарырға маташты. Уйнарға теләктәренең шул тиклем көслө булыуы, дәрт итеүҙәре күҙҙәрендә сағылды. Шул ҡараштарҙы күреп, беҙҙең йөрәктәр һыҙланы: ситтә йәшәүсе милләттәштәр өсөн ошондай осрашыуҙарҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын бар күңелебеҙ менән тойҙоҡ, бындай аралашыуҙың шул тиклем кәрәклегенә инандыҡ. Күптәре яҡташтары алып килгән башҡорт китаптарын, журнал-гәзиттәрҙе алып ҡыуанһа, икенселәр башҡортса аралашып, йырҙар тыңлап кинәнде. Ишбирҙе мәктәбе коллективы ла ҡунаҡтарҙы буш ҡул менән ҡаршыламаны: фойела ауыл уңғандарының ҡул эштәренән иҫ киткес матур, бай күргәҙмә ойошторолған. Мәктәптең тәүге директоры Рәшит Абдуллиндың үҙе эшләгән картиналарын, Зөмәрә Байбулатованың төрлө һөт ризыҡтарын, Оксана Байбулатова, Фәрзәнә Ҡотләхмәтова, Сөмбөл Псәнчина һәм башҡаларҙың күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәрен күреп, ауылда уңған һәм егәрле халыҡ йәшәгәнлеген тойҙоҡ.
Мәктәп коллективына килгәндә, ул ҙур түгел, бөтәһе ете уҡытыусы. Белем усағы, ауыл ерендә урынлашыуына ҡарамаҫтан, заманса талаптарға яуап бирерлек итеп ҡулайлаштырылған. Ҙур һәм яҡты спорт залы, иркен ашхана бар. Быйыл туғыҙынсы класты өс уҡыусы тамамлай. Әлбиттә, ауылда балалар кәмей, йәштәрҙең күпселеге Троицк, Новотроицк ҡалаларына күсеп китә. Шулай ҙа Ишбирҙе мәктәбе коллективы киләсәккә тик яҡты өмөт, оло маҡсаттар менән йәшәй.
Ауыл күрке – уңғандарШуныһы ҡыуаныслы: һәр ауылдың тотҡаһы һәм йәме булған уңған ғаиләләр осрай. Ишбирҙенең бөгөнгөһөн һәм киләсәген тәьмин иткән, ауылдың дилбегәһен ышаныслы тотҡан Рәфидә менән Рифус Ҡоҙашевтар тап шундайҙар рәтендә. Рәфидә Рәшит ҡыҙы мәктәп директоры вазифаһын биләһә, Рифус Әбделхәй улы – шәхси эшҡыуар, ауылдың старостаһы. Халҡым һәм телем тип янып торған уҙаман Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙы бергә
туплаусы, уларға бер-береһе менән аралашып йәшәргә ярҙам итеүселәрҙең береһе лә.
Ырымбур ҡалаһындағы ауыл хужалығы институтын тамамлағас, тыуған төйәгенә эшкә ҡайта ул. Тәүҙә хужалыҡта мал табибы була, колхоз тарҡалғас, атаһы менән бергә крәҫтиән (фермер) хужалығын төҙөй. Башта ауырға тура килә, әммә ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ барыбер үҙенекен итә. Яйлап техника яңыртыла, ауылдаштарына яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Бала саҡтан күңеленә һалынған хис — халҡыңа һөйөү тойғоһо йылдар үткән һайын тәрәнәйә бара. Тиҙҙән дин юлына баҫа, хажға барып ҡайта. Бөгөн ауылда мәсет юҡ, әммә барлыҡ йома намаҙҙары, Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары Рифус Ҡоҙашевтың йортонда үтә. Өфөләме, Ырымбурҙамы, Иҫәнғол йә Аҡъярҙамы — ҡайҙа ғына, ниндәй сара үтмәһен, үҙ машинаһында, үҙ аҡсаһына һәр саҡ барырға, ҡатнашырға, күрергә тырыша ул. Ҡайтҡас, ауылдаштарына һөйләй, башҡортлоҡтоң булмышын, асылын үҙенә һеңдерергә тырышып, уны халыҡҡа өләшә.
Балаларын милли рухта тәрбиәләргә тырышып, уларҙы Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһына уҡырға биргән. Ҡыҙҙары ошо гимназияны уңышлы тамамлап, әле Мәскәүҙә белем ала. Улдары Айҙар уҡыуын дауам итә, кинйәләре Айнур әлегә атай-әсәй янында.
Бөтә байрамдар, мәҙәни саралар булдыҡлы эшҡыуарҙың ярҙамы менән үтә бында. Ауылды төҙөкләндереү, зыяратты кәртәләү, мәктәпте ремонтлау, юлдарҙы ҡарау һәм башҡа бихисап мәшәҡәт — хәстәрлекле ир-уҙаман иңендә. Шул уҡ ваҡытта тырыш Ҡоҙашевтар үҙ ихатаһында биш йөҙҙән ашыу ҡош-ҡорт аҫрай, малдары ла ишле. Хәйер, ауылға ингәс тә, уны бар яҡлап ап-аҡ ҡаҙҙарҙың ҡаплап алғандай күплегенә иҫебеҙ киткәйне. Баҡһаң, һәр йортта күпләп ҡаҙ көтәләр икән. Римды ҡаҙҙар ҡотҡарған тигәндәй, Ишбирҙе ауылы халҡын да тап улар эшле лә, ашлы ла итә икән. Бер уйлағанда, ниңә көтмәҫкә? Йылға ауыл янында, ем кәрәк тип аптырайһы түгел — игенселек менән шөғөлләнгән дүрт фермер бар. Ҡасан барһаң да, ашлыҡ һатып алырға мөмкин. Көҙөн ҡаҙ өмәләренең сиратлап үтеүе үҙе матур тамашаға торошло, ти ишбирҙеләр.
Лидия һәм Рөстәм Ишемғоловтарҙы ла ауылдаштары тик яҡшы яҡтан телгә алды. Баһадирҙай өс егет үҫтергән был ғаилә игенселек менән шөғөлләнә.
Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн Ошондай миҙалға лайыҡ булған Альмира һәм Шәйхетдин Искәнйәровтар биш балаға ғүмер бүләк иткән. Әйткәндәй, Гай районында бындай оло наградаға лайыҡтарҙың иң тәүгеһе улар. Ишбирҙеләр беренселәрҙән булып башҡорт ғаиләһенең тап шундай миҙал алыуы менән ғорурлана. Альмира Искәнйәрова ғүмере буйы ауылдың мәҙәниәт усағын һүндермәй, халыҡ өсөн төрлө саралар, концерттар ойоштора. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар советының иң әүҙем ағзаларының береһе ул.
Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәр эштә башлаусы һәм әйҙәүсе тигәстәр, уның етәксеһе Һәҙиә Әбүбәкер ҡыҙы Ишемғолова менән яҡындан танышырға булдыҡ. Абруйы һәм үтемле һүҙе, башҡарған эше менән ауылдаштарына үрнәк булған Һәҙиә ханым һүҙгә һараныраҡ, әммә эше тураһында һөйләй башлағас, күҙҙәре янып, йөҙҙәре алһыуланып китте.
— Халыҡты әйҙәргә генә кәрәк, улар һәр башланғысты хуплап ҡаршы ала. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бергәләшеп төрлө сара үткәрәбеҙ. Оло йәштәгеләр көнө, мосолман байрамдары, Еңеү көнө кеүек тантаналар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡатнашлығынан тыш уҙмай. Беҙҙең ауылда ҡул ҡаушырып ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙы күрмәҫһең, шуға күрә эскелек, эшһеҙлек тигән проблемалар бөтөнләй юҡ тиһәк тә була. Башҡорт ауылы булып та берҙәмлек һәм дәртлелек менән башҡаларға өлгө күрһәтмәһәк, сит милләттәр араһында оят түгелме һуң тигән һүҙҙәренә аңлатма биреү артыҡ.
Ысынлап та, Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше һәм тормошо менән яҡындан танышҡас, үҙ халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе бермә-бер артҡандай. Һәр йортта “евро” тәҙрәләр ҡуйылған, бар уңайлыҡтар өй эсендә, кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Ауылдың фельдшер -акушерлыҡ пунктына күптән түгел капиталь ремонт үткәрелгән, мәктәптә башҡорт теле өйрәнелә, халҡы рәхәтләнеп үҙ телендә аралаша. Ошо ерҙә ғүмер иткән, ауылды бөтөрмәй, унда йәшәп, тырышып, дәртләнеп донъя көткән Ишбирҙе халҡына һоҡланып, уларҙың милли рухлы, берҙәм һәм сәмле булыуы өсөн ғорурланып ҡайттыҡ. Булыр илдең балаһы бер-береһенә батыр ти, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә бахыр ти, тигәндәй, юҡ, бахыр түгел, батыр ҙа, матур ҙа, дәртле лә, сәмле лә, ғәмле лә, рухлы ла әле сит ерҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Иң мөһиме — күңелдәрендә башҡорт рухы һүнмәгән, уның ялҡынында яныусылар бар, балҡытыусылары етәрлек. Рух һүнмәһә, милләт бөтмәҫ тигән уйҙар менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Күңелдәрҙә — тик йылы хәтирәләр, яҡты уйҙар...