Бейек үксәле туфли, тәнгә һылашып торған тар джинсы матур ҙа, заманса ла. Уларҙың сәләмәтлеккә зыяны бармы? Ғөмүмән, ҡан тамырҙары сирҙәре нилектән барлыҡҡа килә? "Башҡортостан" гәзите уҡыусыларының һорауҙарына доцент, медицина фәндәре кандидаты, йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы Ғайсар Самат улы Мөхәмәтйәнов яуап бирә.
“Аяҡ-ҡулдарҙан күк китмәй, хатта ҡайһы саҡта ҡайҙа бәрелеп-һуғылып ауырттырғанды ла иҫләмәйем. Еңелсә генә бәрелеүҙән дә тән күгәрә лә ҡуя. Ҡан тамырҙарын дауалап буламы?
Кәримә ӘҺЛИУЛЛИНА,
һатыусы".
Моғайын да, һеҙҙең ҡан тамырҙарығыҙ йомшаҡ, көсһөҙҙөр. Улар өсөн виноград, ҡыҙыл төҫтәге еләк-емеш, айырыуса цитрус емештәре үтә файҙалы. Ҙур көсөргәнеш талап иткән спорт төрҙәре менән шөғөлләнмәгеҙ (ауыр атлетика, һикереү). Бөгөн бик популяр булып киткән тау саңғыһы һәм сноуборд та һеҙҙең сәләмәтлек өсөн зыянлы. Йөҙөү һәм ашыҡмай ғына йүгереү, киреһенсә, файҙалы.
"Йәштәрҙең модаһын тар джинсынан, бейек үксәле туфлиҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ауыр. Ҡыҙымдың сәләмәтлеге өсөн борсолам. Бындай ҡараштың ҡан тамырҙары сиренә юлыҡтырыу ихтималлығы хәүефләндерә.
Рәйсә ХӘКИМОВА,
тәрбиәсе".
Һүҙ ҙә юҡ, тәнде ҡыҫып торған тар джинсы йә салбар ҡан әйләнешен боҙа һәм аяҡта ҡан тамырҙары сире башланыуына сәбәпсе булыуы ихтимал. 4-6 см бейеклектәге туфли һаулыҡҡа зарарлы түгел. Бейек шпилькалар аяҡ табаны быуындарына көсөргәнеште бер нисә тапҡырға арттыра һәм формаһын боҙоуға килтерә. Ваҡыт үтеү менән күңелһеҙ эҙемтәгә юлығасаҡһығыҙ — ҡатын-ҡыҙ артроз, артрит сирҙәренән яфаланасаҡ. Һеҙҙең өсөн нимә мөһим: сәләмәтлекме, әллә модамы — быныһын инде үҙегеҙгә һайларға тура килә.
"Варикоз сире нәҫелдән нәҫелгә күсәме? Өләсәйем дә, әсәйем дә ошо сирҙән ғүмер буйы яфаланды. Сирҙе иҫкәртеү өсөн мин бөгөн ниндәй саралар күрә алам?
Айгөл ҒӘЛИМОВА,
студент".
Сит ил статистикаһы буйынса, әгәр ҙә ата-әсәнең икеһе лә варикоз менән сирләһә, ауырыуҙың балаға күсеү ихтималлығы 85 процент тәшкил итә. Әгәр ҙә ҡан тамырҙары патологияһы әсәлә генә күҙәтелһә, ҡыҙында был сирҙең йөклөлөк осоронда үҫешеүе мөмкин. Сираҡта йәки табанда тамыр "йондоҙсоҡтары" күренеүе үк сирҙең башланыуын иҫкәртә. Варикоздың көсәйеүенә тәндең артыҡ ауырлығы ла сәбәпсе. Аяҡтарҙың сәләмәтлеге кәүҙә ауырлығы менән ныҡ бәйле, шуға күрә йышыраҡ хәрәкәтләнергә, көнөнә 10 мең аҙым (5 саҡрым) йәйәү йөрөргә кәңәш итәбеҙ.
Үкенескә ҡаршы, крем һәм төрлө шифалы майҙар сирҙе дауалау һәләтенә эйә түгел, улар бары билдәле ваҡытҡа ауырыу билдәләрен баҫа ғына. Дарыуҙарҙы бары табип ҡына тәғәйенләргә тейеш.
"Әсәйемә "варикоз" диагнозын ҡуйҙылар. Уны дауалауҙа ниндәй тәьҫирле ысулдар бар?
Мирас ӘХМӘТОВ,
кран машинисы".
Эйе, ғәҙәти операциянан тыш, хәҙер заманса алымдар уңышлы ҡулланыла, мәҫәлән, радиойышлыҡлы абляция (PЧA) һәм лазер коагуляцияһы. Был процедураларҙы бары тәжрибәле табиптар ғына башҡара. Белеүемсә, улар дәүләт гарантиялары программаһына инмәгән, тимәк, түләүле.
"Флебологка күренергә ине. Ҡайһы дауаханаға барырға икән?
Наилә,
биҙәкләүсе".
Бөгөн баш ҡаланың күп кенә дауаханаһында ҡан тамырҙарын дауалау буйынса яҡшы хирургтар бар. Әгәр беҙҙең клиника белгестәренә күренгегеҙ килһә, регистратураға (347) 223-15-08 телефонына шылтыратып яҙыла һәм консультацияға килә алаһығыҙ. Ҡулығыҙҙа ҡан ойошоуына анализ һәм ҡан тамырҙарын ультратауыш ярҙамында сканерлау һөҙөмтәһе булһын.