Бер һүҙең менән йәнде дауаланың...18.10.2013
Бер һүҙең менән йәнде дауаланың...Эй, ваҡыт!.. Ҡайҙа ашҡына, ниңә талпына, сабырһыҙланып аға ла аға икән ул? Үҙе менән бергә һағыш-ҡайғыны, йөрәк ғазаптарын осороп алып китһен ине лә бит...

Донъялағы иң ҡәҙерле кешемдең, атайымдың, беҙҙе ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсеүенә — бер йыл. Ваҡыт дауалай, тиһәләр ҙә, көндәр үтеү менән уны һағыныуыбыҙ арта ғына. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, йөрәк һулҡылдаған ауыр мәлдәрҙә: “Их, атай, иҫән булһаң... Бер һүҙең менән йәнде дауалай инең бит һин”, — тип эстән генә уға өндәшәм, серҙәремде һөйләп, рухының ярҙам итеүен һорайым...
Инәйем Сәмғиә Фәхретдин ҡыҙы менән атайым Рәфҡәт Фазыл улы Вәлишиндар Ҡолбаҡ ауылында ғына түгел, тотош Ҡыйғы районында иң абруйлы ғаиләләрҙең береһе булды. Заман ауырлыҡтарына бирешмәй, һоҡланырлыҡ ғүмер юлы үтте улар. Маҡсатлы, ныҡышмал, ойоштороу һәләтенә эйә атайым 30 йылдан ашыу Киров исемендәге совхоздың Ҡолбаҡ бүлексәһе идарасыһы булып эшләне. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте БАССР Юғары Советы Президиумының, Ҡыйғы районы хакимиәтенең почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнде, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән баһаланды. Тыуған төйәген үҫтереүгә, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен еңеләйтеүгә күп көс һалды ҡәҙерлебеҙ. Беҙ, балалары, атайыбыҙҙы өйҙә йыш күрмәй ҙә инек: иртән торһаҡ, эшкә киткән була, кискеһен уны көтә-көтә йоҡоға талабыҙ. Айырыуса сәсеү, ураҡ осоронда ҡырҙан ҡайтып инмәй торғайны ул. “Ҡуян күстәнәсе”нән бер ҙә өҙмәне беҙҙе: ҡәҙерлебеҙ йыйып алып ҡайтҡан ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, еләк-емештең тәмен, еҫен әле лә тоям кеүек.
Ғаиләһе өсөн йәнен бирерҙәй кеше ине атайыбыҙ. Беҙҙең шатлыҡты күреп, үҙе балалай ихлас ҡыуана торғайны. Яңы йылдың мөғжизәле, күркәм тамашаға әйләнеүе, ҡупшы шыршының ауылдағы башҡа бер өйгә хас булмағанса өйөрөлөп тороуы, йортобоҙҙоң балаларҙың шат тауышына күмелеүе — барыһы ла хәстәрлекле, кешелекле, кеселекле атайыбыҙҙың күңел йылыһынан яралып, йөрәктән йөрәккә күсте.
Бала сағыбыҙҙың шулай ҡәҙерҙә үтеүе үҙ емешен бирмәй ҡалманы: бишебеҙ ҙә, Аллаға шөкөр, белем алдыҡ, үҙаллы тормош ҡорҙоҡ, бәхетле йәшәйбеҙ, балалар үҫтерәбеҙ, ғөмүмән, атай-әсәйебеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Сәстәргә сал ҡунып, өлкәнәйә барһаҡ та, тыуған йортобоҙға сабыйҙай ашҡынып, һағынып ҡайтабыҙ. Инәйемдең тәмле аштары менән һыйланып, изге бишегебеҙҙең йылыһын тойоп, йәшәүгә көс алып ҡуҙғалабыҙ. Тик... хәҙер юлыбыҙға инәйем генә фатиха биреп ҡала. Хушлашырға яңғыҙы сыҡҡан ҡәҙерлемдең күҙҙәрендә сикһеҙ һағыш күреп, күңелемдә урғылған тойғоларҙы баҫырға тырышып: “Тыныс йоҡла, атай, — тип шыбырлайым. — Ҡылған изгелектәрең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтып, йәнең йәннәттә булһын. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һиңә, атай!”
Башҡалар ҙа — ауылдаштарыбыҙ, райондаштарыбыҙ, ҡәҙерлебеҙҙе белгән кешеләр — Рәфҡәт Фазыл улын хөрмәтләп, ҙурлап иҫкә алһын ине.


Вернуться назад