Иғтибарҙан дарман арта15.10.2013
Иғтибарҙан дарман артаБөрйәндә Роза Ғүмәрованы белмәгән кеше бик һирәктер. Төбәге өсөн янып-көйөп йәшәгән, уны үҫтереүгә күп көс һалған, оҙаҡ йылдар яуаплы урындарҙа эшләгән абруйлы ханымды яҡташтары ихтирам итә, һәр төрлө мәсьәләлә, башланғыста фекер-кәңәшенә ҡолаҡ һала, тәжрибәһенә таяна.

Әле Роза Шәриф ҡыҙы (фотоһүрәттә — һулдан беренсе) район хакимиәте мәғариф идаралығының методика кабинетына етәкселек итә. Мәғарифтағы һәр төрлө үҙгәреш, яңы талаптар алдында баҙап ҡалмай бөрйәндәр, тәү сиратҡа халыҡ мәнфәғәтен ҡуйып, ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Һөҙөмтәле эштә етәксе урындарҙа ҙур тәжрибә туплаған Роза Ғүмәрованың тос өлөшө бар. Ошо көндәрҙә уның фиҙакәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән баһаланды. Төбәктең мәғариф министры Әлфис Ғаязов, награданы тапшырып, Роза Шәриф ҡыҙының эшендә уңыштар теләне һәм райондың белем биреү тармағының заманса үҫеш юлынан артабан да ҡыйыу атларына ышаныс белдерҙе.
Республика көнө алдынан үткәрелгән күркәм тантанала тағы ла ете кеше тәбрикләнде. Өфөнөң Дим районындағы 123-сө лицейҙың биология уҡытыусыһы Татьяна Фәйезова ла Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән наградланды.
Хеҙмәтеңә иғтибар, баһа тағы ла ныҡышмалыраҡ, һөҙөмтәлерәк эшләү теләген арттыра. Тантанала “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исемдәрен алған педагогтарҙың йөҙөндә тап ошондай ынтылыш, дәрт-дарман сағылды.


Вернуться назад