Баҙарға йөрөү ҙә кәрәкмәй...15.10.2013
Баҙарға йөрөү ҙә кәрәкмәй...Аҙна уртаһы булыуға ҡарамаҫтан, Хәйбулла районының Үрнәк ауылында йәшәүсе Фирүзә Ҡыҙрасованың йорто эргәһенән зәһәр машинаның ҡуҙғалып китеүенә һис тә аптыраманыҡ. Тимәк, тағы һатып алыусылар килгән.

Шуныһы уңайлы: көн дә етештергән һөт ризыҡтарын Фирүзә Ғәйнетдин ҡыҙы, сумка тултырып, баҙарға йөрөмәй. Ял көндәрендә генә түгел, хатта аҙна уртаһында ла өйҙән килеп һатып алыусылар етерлек. Ауылдың күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуы ла бик отошло. Көткән малдарының итен, һөтөн генә түгел, йәй емеш-еләген, көҙ бәшмәген һатып алыусылар һәр саҡ була.
Ҡыуандыҡ районының Башбүре ауылында тыуып үҫкән Фирүзә Ҡыҙрасова 1991 йылда Үрген ауылы егете Закирға тормошҡа сыға. Бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Килен булып төшкәндән бирле хужабикәгә эшләргә урын табылмай. Әммә егәрле ҡатын буш ултырырға яратмай: майын йомарлап, эремсеген эшләп, ҡоротон ҡайнатып, шуларҙы һатып, аҡса табырға өйрәнә. Йәй бесән әҙерләп, шуны ла һатып ебәрәләр. Тауыҡтарының иҫәбе-һаны юҡ тигәндәй: һәр көн әллә күпме йомортҡа йыйыла. Тырыш ғаиләнең үҙ тракторы ла, еңел машинаһы ла бар. Йорттарындағы барлыҡ йыһаз — өр-яңы. “Ай һайын эш хаҡы алмаған Ҡыҙрасовтар ғаилә бюджетын нисек тулыландыра һуң?” — тигән һорауыма, Фирүзә Ғәйнетдин ҡыҙы, тыйнаҡ ҡына йылмайып: “Үҙебеҙ инде”, — тип яуапланы. Эшләгәндән йүнләгән уҙа, тигәндәй, һәр нәмәне йүнләп, табып, уны эш итеп, һатып ебәреүсе хужабикәнең бар эште алдан уйлап фекер йөрөтөүе ғәжәпләндерҙе.
— Күптәр кеүек беҙ әйберҙе кредитҡа алырға ашыҡмайбыҙ. Тәүҙә кәрәкле сумманы йыйнайбыҙ, аҙаҡ уны һатып алабыҙ. Малды күпләп аҫрарға тырышабыҙ, быҙауҙарҙы ҡыш сығармай, көҙ тотоноу ҙа бик отошло. Үҙебеҙгә ем һатып алырға тура килә. Йәшелсә үҫтерәбеҙ, йыл әйләнәһенә тоҙлап, төрлө салат эшләйбеҙ. Ҡайнатмалар, төрлө һуттар әҙерләйбеҙ. Кәрәк саҡта уларҙы ла һатып ебәрәбеҙ. Ауыл ерендә йәшәр өсөн тырышлыҡ һәм ныҡлыҡ кәрәк. Елкәң ҡалын булмаһа, донъя көтөүе ауыр. Күптәр эш юҡ тип ауылдан китеүҙе хуп күрә. Ҡайҙалыр барып, эшкә урынлаша, ғаиләһе менән кеше фатирында аҡса түләп йәшәргә мәжбүр була. Эшләгәнең бушҡа киткәс, ул эштең бәрәкәте буламы ни? Ә ауылда йыбанмайынса ергә эйелһәң, аҡсаһын да табырға мөмкин, өҫтәлдәге бар ризығың да үҙеңдеке! – ти Фирүзә ханым.
Өйөндә бер-береһенә йәнәш кенә ултырған һыуытҡыстарҙан һатыуға тип әҙерләгән һөт ризыҡтарын алып, берәм-берәм ситкәрәк һалды. “Кискәрәк Новотроицк ҡалаһынан күптәнге таныш-белештәрем килә, шуларға һораған әйберҙәрен әҙерләп ҡуяйым”, — тип бер минут та буш ултырырға яратмаған хужабикә беҙҙең менән аралашҡан ваҡытта үҙ йомоштарын башҡарырға ла өлгөрә.
Ауылда донъя көтөүе еңел булмаһа ла, тап Фирүзә Ҡыҙрасова кеүек мул тормошта йәшәргә ынтылыусыларға ҡояштан алдан тороп, һуң ятырға кәрәк. Етеш йәшәүҙең ҡатмарлы серен, ябай ауыл ҡатындарының береһе булараҡ, ул гәзит уҡыусыларға еткереүемде үтенде. Кемдер уның тәжрибәһен файҙалана икән, тимәк, артабан беҙ һеҙгә барасаҡбыҙ.


Вернуться назад