“... Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә лә төшмәй, хурлыҡҡа батмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, уларҙың сибәрлегенә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең был һүҙҙәре мәҡәләм геройы өсөн генә әйтелгән кеүек. Ысынлап та, тормош һынауҙары төрлөсә ҡаҡҡылап көслө дауылдар нисек тә уны һындырырға тырышмаһын, бар ауырлыҡты лайыҡлы үткән, шул саҡта ла изге күңелле, алсаҡ, көслө рухлы булып ҡала алған ябай ауыл ҡатыны Әлфиә Илғыуатоваға һоҡланмау мөмкин түгел.
Ябай ауыл ҡатыны тиеүем юҡҡа түгел. Йәшләй генә яратып өйләнешкән ире ҡапыл ғына инфаркттан вафат булғанда, Әлфиә Фәйзулла ҡыҙына ни бары 32 йәш була. Ҡулында — береһенән-береһе бәләкәй ике бала. Ҡыҙы Илнараға – 11, улы Вилүргә 8 йәш тә тулмаған. Етмәһә, яңы төҙөй башлаған йорттары башланған килеш ултыра. Ул саҡтағы йөрәк яныуҙарын, күңел әрнеүҙәрен, балалары йоҡоға талғас, мендәрҙе сылатҡан күҙ йәштәрен күпме түккәнен Әлфиә Илғыуатова үҙе генә беләлер. Ауыр ваҡыттарында, йәшәүҙән йәм тапмаған саҡтарында тормош иптәшенең хас та үҙе булып үҫеп килгән ҡыҙына һәм улына ҡарап, үҙендә илһамланып йәшәргә көс таба ул. Яңынан тыуғандай, кинәт көслө рухлы Әлфиәгә әүерелә. Балаларын лайыҡлы кеше итеп үҫтерергә, юғары белем бирергә тырыша. Ысынлап та, барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыға.
Төҙөлөп ятҡан йортон һалып бөтөрә, кәртә тултырып мал ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Бәхетенә күрә, ҡыҙы Илнара ла, улы Вилүр ҙә әсәләренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Илнара Сибай институтын уңышлы тамамлаған, тиҙҙән икенсе юғары белемгә эйә буласаҡ. Вилүр Чечняла имен-һау хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, кәләш алып, әле Баймаҡта йәшәй, ҡыҙ үҫтерә. Ауылда эш булмауы, гөрләп торған колхоздың юҡҡа сығыуы кеүек заман күренештәре Ғәҙелбай ауылын да ситләтеп үтмәй. Халыҡ нисек тә ауылды ташламай, фәҡәт үҙ көсө менән йәшәргә өйрәнә.
Һыйлы көнөң һыйырҙа тигәндәй, Әлфиә Фәйзулла ҡыҙы һөттән төрлө ризыҡ эшләп һатыу менән шөғөлләнергә тотона. Нисек тә йәшәргә кәрәк бит...
Һәр иртә һарайҙағы өс һыйырына иркәләп өндәшеүенән башлана. “Бигерәк тә иртәнге һиллекте ярып, биҙрәмә ағылған һөт тамсыларының йырын тыңларға яратам. Әйтерһең дә, һәүкәшем, ошо моңдо боҙорға теләмәгәндәй, әкренләп кенә көйшәүен дауам итә. Иртәнге һауындан һуң бер-бер артлы теҙелгән малҡайҙарымды һөйә-һөйә көтөүгә ҡыуам”, — тип шул тиклем ихласлыҡ менән көндәлек эшен тасуирланы геройым. Үҙем дә ауыл балаһы булараҡ, Әлфиә апайҙың иңендә күпме эш ятҡанын яҡшы аңлайым. Шуға күрә аҙна һайын Баймаҡҡа баҙарға барып, һөт ризыҡтарынан аҡса эшләү өсөн дә күпме тырышлыҡ талап ителеүен күңелем менән тойғандай булам.
Ысынлап та, бөгөн ауылда йәшәүсе ҡатын-ҡыҙ өсөн (бигерәк тә яңғыҙ донъя көткәндәргә) һыйыр аҫрап, һөт ризыҡтары етештереп, уны һатыуҙан да яҡшыраҡ кәсеп юҡтыр. Тик һөт-ҡаймаҡтан килгән аҡсаға йәшәүселәр һаны һәр ауылда арта бара бөгөн. Шулар рәтенә Әлфиә Фәйзулла ҡыҙын да индерергә була. Юҡты бар итеп йәшәргә тырышҡан был ябай ауыл ҡатынына ҡарап, ҡар өҫтөндә усаҡ яғыр ҡатын-ҡыҙ тип тап шундайҙарға ҡарата әйтеләлер, тип уйлап ҡуйҙым. Башҡалар кеүек ашығып та бармай ул, әммә эшләгән эше — ырамлы, ҡулы — ҡотло. Шуғалыр ҙа баҙарҙа уның үҙ һатып алыусылары бар, килеүен көтөп кенә торалар. Ул әҙерләгән ҡыҙыл эремсекте Баймаҡ баҙарында бер кемдә лә осратмаҫһың, тип әйтеүселәр бар икән, тимәк, уның шөғөлө ысынлап та баһалауға лайыҡ!
Ҡыҙыл эремсек яһау серенә килгәндә, Әлфиә Илғыуатова уны өләсәһенән отоп алған. Күптәргә танһыҡ был боронғо милли ризыҡ ауыҙҙа иреп торорлоҡ булһын өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителә. Эше еңелдән түгел, әммә, затлы ризыҡҡа ихтыяж ҙур булғанлыҡтан, Әлфиә Фәйзулла ҡыҙы уны әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлә. Эш былайыраҡ башҡарыла: 15 литр һөттө айыртып, ҡаҙанға ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡһа, бер литр сөсө ойотҡо өҫтәйбеҙ. Һүрән утта болғата-болғата тотабыҙ. Һыуға әйләнгәс, аҡ эремсек хасил була. Килеп сыҡҡан иҙмәнең ярты һыуын һарҡытып, артабан ҡайнатырға ултыртабыҙ. Болғап торабыҙ, сөнки эремсек көйһә, күмһегән тәм сығыуы бар. Талғын ғына утта көн буйы ҡайнап ултыра. Эремсектең әҙер булыуын эре төйөрсөктәр барлыҡҡа килеүенән белергә мөмкин. Барлыҡҡа килгән массаны бер аҙ һарҡытып, ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Эремсектән һыу тәме сыҡмаһын өсөн, бер тәүлек буйы батмусҡа йәйеп киптерергә кәрәк. Аҙаҡ тәрән һауытҡа һалып, самалап шәкәр өҫтәлә. Ризыҡ йәбешеп тормаһын өсөн яңы бешелгән ауыл майы менән болғайбыҙ. Беректереү өсөн тасҡайбыҙ ҙа өлөштәргә бүлеп йомарлайбыҙ. 10 баш тирәһе ҡыҙыл эремсек килеп сыға.
Баҙарҙа уның берәүһе 70 һум самаһы тора. Тимәк, бер һатыуға 700 һумлыҡ ҡыҙыл эремсек алып барырға мөмкин. Ә инде бер аҙнала йыбанмайынса ике рәт ҡайнатҡанда, табыш икеләтә була. Тик иренергә кәрәкмәй. Күптәр ҡыҙыл эремсектең ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары өсөн файҙалы булыуын да белмәйҙер әле. Элек өләсәйҙәр уны бәпәй тапҡан ҡатындарға ашатыр булған.
Әлфиә апайҙың ҡыҙыл эремсеген Баймаҡҡа килгән ҡунаҡтар ҙа бик яратып ала икән. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Дәүләтшина әйтеүенсә, Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә ханымға күстәнәскә ҡыҙыл эремсек алып барғас, ул шул тиклем уны оҡшатҡан. Хәҙер хатта махсус һатып та ала. Шулай уҡ Баймаҡ районында йыш булған билдәле шәхестәр Йомабикә Ильясова, Гөлфиә Янбаевалар ҙа һәр саҡ иң ҡәҙерле ҡунаҡтарына күстәнәскә тип баймаҡтарҙың ҡыҙыл эремсеген алып ҡайта икән.
Егәрле хужабикә шулай уҡ киң дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған ҡоротто ла бик үҙенсәлекле итеп яһай. Ҡаймағы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел! Хатта һөттән сыр эшләп, уны ла һатыуға сығара. Һуңғы ваҡытта халыҡтың ауылда етештерелгән тәбиғи һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк биреүе һиҙелә. Шуға күрә баҙарҙа ризыҡтар ҙур һорау менән файҙалана. Был ике яҡ өсөн дә отошло. Кемдер тауарын һатып, йәшәү өсөн аҡса туплай, ә икенселәр таҙа, сифатлы ризыҡ һатып алып ҡыуана.
Бөгөн тап Әлфиә Илғыуатова кеүек ҡатындар ауыл тотҡаһына әүерелә бара. Үҙ донъяһын бағып ҡына ултырмай улар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу бер өлгөһө булған, матурлыҡ һәм нәзәкәтлектең асыҡ миҫалына әйләнгән ябай ауыл ҡатынының тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Тормошонда ниндәй генә ауырлыҡ күрһә лә, һынмаған, йәшәүҙе һәм кешеләрҙе яратҡан, эске һәм тышҡы матурлығы менән барыһын да нурлап, мөләйемлеге һәм уңғанлығы менән арбап, яҡындарына терәк булып йәшәй алыуы менән маҡтауға лайыҡ. Ябай ауыл ҡатыны образын ниндәйҙер китаптарҙан, фильмдарҙан эҙләү кәрәкмәй, улар яныбыҙҙа ғына. Тик күрә белергә генә кәрәк.