Йәмәғәтселек Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығына әҙерләнә. 22 октябрҙә баш ҡалабыҙға Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән 500-ҙән ашыу дин әһеле киләсәк. Сараға әҙерлек күптән башланған. Белгестәр уның әһәмиәтен юғары баһалай. Айырыуса Аллаһ исеменә ышыҡланып ҡара эштәрен башҡарған әҙәмдәр арҡаһында ислам диненә ҡарата кире фекер тыуған мәлдә уға тоғро шәхестәрҙең йыйылыуы — әһәмиәтле ваҡиға.
Илдәге боронғо ислам үҙәгенең тарихи тамырҙары Император Екатерина Икенсенең 1788 йылғы "Юғары Указ"ына барып тоташа. Был ҡарарға ярашлы Өфөлә Ырымбур мосолман диниә йыйылышы ойошторола. 1917 йылдан ул "Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк диниә назараты" тип йөрөтөлә. Һуңынан тағы ла бер нисә тапҡыр исеме үҙгәртелгәндән һуң, 2000 йылда "Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты" тип нығына. 1980 йылдан уны мөфтөй Тәлғәт Тажетдин етәкләй. Уның етәкселегендә Үҙәк диниә назараты Рәсәй йәмғиәтен дини-әхлаҡи тергеҙеү эшендә илдең алдынғы дини үҙәктәренең береһенә әүерелә. "Рәйес итеп тәғәйенләнгәс, юғары вазифа биләгән партия ағзаһы: "Һин һуңғы мөфтөй буласаҡһың", – тип юрағайны. Юрағаны, бәхеткә күрә, тормошҡа ашманы. Ул ваҡытта республикала йәмғеһе 94 мәсет бар ине. Хәҙер Аллаһ йорттары бер меңдән ашыу. Йыл һайын ике тиҫтәгә яҡын мәсет сафҡа индерелә", – тип билдәләне мөфтөй.
Тантаналы сараны дәүләт кимәлендә үткәрергә ниәтләйҙәр. Сит ил ҡунаҡтары ҡатнашлығында баш ҡалала һәм Дим биҫтәһендә мәсет асыласаҡ. "Рәсәйҙә Ислам һәм дәүләт" тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойоштороу ҡарала. Юбилей саралары ҡунаҡтарҙы Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Ул төрлө диндәр һәм халыҡ араһында берҙәмлек булдырыуға, татыулыҡ тәрбиәләүгә, илдәге уртаҡ тарихты тергеҙеүгә ҡайтып ҡала.