Вәлидигә һәйкәл мотлаҡ булырға тейеш!12.10.2013
(“Вәлидигә һәйкәлде үҙем ҡуям!”, №180-181, 13 сентябрь)

Халҡыбыҙҙа милли рух һүнмәгән икән әле – Хәмзә хажи Ғәлләмовтың изге эшкә үҙе тотонорға ниәт итеүе, һис шикһеҙ, хуплауға лайыҡ. Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға республикабыҙҙың баш ҡалаһында һәйкәл ҡуйыуҙы тулыһынса хуплайбыҙ, сөнки был — күптән хәл ителергә тейеш бик тә мөһим мәсьәлә.

Шуны әйтергә кәрәк, әгәр икенсе милләттең бөтә донъяға билдәле шәхесе булһа, бындай проблеманы күптән хәл итерҙәр ине. Беҙгә, башҡорттарға, тупланып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ күтәргән мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Йәмәғәтселек, фән эшмәкәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәйкәл ҡуйыу тураһында үҙ һүҙен асыҡтан-асыҡ әйтте бит инде.
Беҙ Темәстә – Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында – тәүге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең 110 йыллығына 2000 йылда бюст эшләүгә тотоноп, бер йылдан тарих музейы алдында уны асыуға ирештек. Авторы – Хәйҙәр Ғарипов.
Быға тиклем Темәстә беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арналған тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын булдырҙыҡ. Унда Хөкүмәт ағзаларының балауыҙ һындары, тарихи документтар урынлаштырылған. Әхмәтзәки Вәлиди эшләгән өҫтәл, ултырғыс иһә — төп экспозиция. Беҙ, темәстәр, рәсми рәүештә булмаһа ла (бәлки, рәсмиләштереү кәрәктер), уны Ә. Вәлидигә, беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арнап йөрөтәбеҙ. Ә бина алдын уның исемендәге майҙан тип атайбыҙ.
Үҙәк урамдарҙың береһе булған К. Маркс урамын — 1990 йылда уҡ Ә. Вәлиди, Смоленск полкы урамын Муса Мортазин исемендәгегә үҙгәрттек. Урамдарыбыҙ Темәс ауылы тарихы менән бәйле арҙаҡлы шәхестәр — Ш. Бабич, М. Аҡмулла, Ш. Хоҙайбирҙин, Ш. Ғафаров исемдәрен йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе лә онотмайбыҙ.
Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың баш ҡалаһын төҙөргә уйлаған “Ҡарағайморон” тип аталған тәбиғәт ҡомартҡыһы урынында стела эшләтеп ҡуйҙыҡ. Бөйөк юлбашсыбыҙ Темәстә булғанда туҡталып киткән өйгә таҡтаташ урынлаштырылды.
Ауылда Вәлиди уҡыуҙары, конференциялар, викториналар даими ойошторола. Әйткәндәй, бөйөк шәхестең балалары Сүбидәй әфәнде менән Иҫәнбикә ханым шәкерттәре менән Темәстә булғанда, аталарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлағандары өсөн беҙгә оло рәхмәт белдерҙе, һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Әгәр ҙә беҙ, башҡорттар, шәхестәребеҙҙе үҙебеҙ ҙурламаһаҡ, кем ҙурлар ҙа кем яҡлар?!


Вернуться назад