“Аш бар ерҙә бәрәкәт бар”12.10.2013
Кеше ашау өсөн йәшәйме, әллә йәшәү өсөн ашаймы? Ошо хаҡта уйланғанығыҙ барҙыр, моғайын. Нисек кенә булмаһын, бер хәҡиҡәтте инҡар итеү мөмкин түгел: әҙәм заты, ғөмүмән, барлыҡ тереклек, ваҡытында туҡланмаһа, һәләкәткә дусар.
Башҡорт халҡының рухи хазинаһында – әйтем-мәҡәлдәрендә – аҙыҡ-түлеккә бағышланғанын байтаҡ осратырға мөмкин. «Астың асыуы яман», «Ас ҡорһаҡ аш талымламаҫ», «Аслыҡ ғазабын күрмәгән – икмәк ҡәҙерен белмәгән», «Аш – кешенең ҡеүәте», «Аш бар ерҙә бәрәкәт бар» һәм башҡалар – ошолар иҫәбенән.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы өсөн дә был тема көнүҙәк. 1979 йылда Ойошма Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнөн иғлан иткән, ул 16 октябрҙә билдәләнә. Байрамдың етди маҡсаты бар: кешелекте аслыҡтан ҡотҡарыу кеүек глобаль мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеү, ауыл хужалығының тотороҡло үҫеше өсөн планетала тейешле шарттар тыуҙырыу.
Билдәле булыуынса, аслыҡ тотош илдәрҙең генә түгел, хатта континенттарҙың генофондын боҙа. Ошоға бәйле, «өсөнсө донъя» илдәрендә балалар сибек булып донъяға килә, уларҙың аҡыл һәм физик үҫеше тотҡарлана.
16 октябрҙә төрлө илдәрҙә мәрхәмәтлек акциялары, конференциялар, конгрестар ойошторола. Тап ошондай саралар аша граждандарға бәғзе ерҙәрҙәге ауыр хәл тураһындағы мәғлүмәт таратыла, мохтаждарға ярҙам еткерелә.
1981 йылдан алып Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнөнөң темаһы билдәләнә. Мәҫәлән, 2000 йылда байрам «Аслыҡтан азат меңйыллыҡ» исеме аҫтында үтһә, 2009 йылда уның девизы «Көрсөк осоронда аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә өлгәшеү» булараҡ яңғыраны.
…Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыл һайын донъяла кешелеккә етерлек аҙыҡ-түлек етештерелһә лә, 850 миллиондан ашыуы даими аслыҡ кисерә. Иң абруйлы ойошмалар һәм илдәр был проблема менән көрәшһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Ер йөҙөндә тиңлек, тигеҙлек күҙәтелмәй. Шуға күрә һәммәбеҙгә эшләргә – эш, ашарға аш булғанға ҡыуанырға өйрәнеү зарур.