Сочиҙағы ресторан. Бер уҙаманға иҫәп ҡағыҙын килтергәндәр.
– Һеҙ аҡылдан яҙҙығыҙмы әллә?! Мин ике порция шашлыктан башҡа бер нәмә лә ашаманым! Ә һеҙ, 1000 доллар түләргә кәрәк, тиһегеҙ!
– Һуң ул шашлык Олимпия утында ҡыҙҙырылған бит…
* * *
Ике таныш бизнесмен осраша.
– Хәлдәр нисек? Һалым түләнеңме?
– Эйе, түләнем.
– Шунан, хәҙер тыныс йоҡлайһыңмы?
– Юҡ…
– Нимә булды?
– Беләһеңме, хәҙер инспекцияла был тиклем һалымды түләргә ҡайҙан аҡса алғанды аңлатырға кәрәк…
* * *
Бер ҡарт автобуста йәш иргә мөрәжәғәт итә:
– Улым, һиңә оят түгелме? Эргәңдә баҫып торған инәйгә урын бир!
– Ул инәй – минең ҡәйнәм.
– Һуң, улай булғас, алдыңа ҡуйған бер тоҡ картуфты ла уға тоттор – һиңә уңайһыҙ бит!
* * *
Ике етәксе осраша.
– Хеҙмәткәрҙәреңә эш хаҡын түләйһеңме?
– Юҡ.
– Мин дә юҡ. Ә һинекеләр барыбер эшкә йөрөймө?
– Йөрөйҙәр шул.
– Минекеләр ҙә йөрөй. Ҡара, бәлки, эшкә инеүҙе түләүле итергәлер?
Былар ике аҙнанан һуң тағы осраша.
– Шунан, түләү индереп, хеҙмәткәрҙәреңдән ҡотолдоңмо?
– Юҡ шул, бер ни ҙә килеп сыҡманы. Уларҙың башы эшләй: экономия маҡсатында дүшәмбе эшкә киләләр ҙә йомаға тиклем шунда йәшәйҙәр…
P.S. Шашлык из баранины классический